ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2022, 09:13

Башҡортостан балалар араһында чайлдфри идеологияһы таратыуҙы тыйырға йыйына

-

Башҡортостан балалар араһында чайлдфри идеологияһы таратыуҙы тыйырға йыйынаБашҡортостан балалар араһында чайлдфри идеологияһы таратыуҙы тыйырға йыйына
Башҡортостан балалар араһында чайлдфри идеологияһы таратыуҙы тыйырға йыйына

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Балаларҙы һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән яҡлау тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерергә йыйына. Халыҡ һайланыусылары балалар һәм үҫмерҙәр араһында чайлдфри идеологияһын таратыуҙы тыйырға теләй. Яҡын арала тейешле закон проектын Дәүләт Думаһына индереү планлаштырыла

«Көнбайыштан килгән чайлдфри идеологияһы Рәсәй йәштәре араһында киң таралды, – ти Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев. – Уның нигеҙендә – ғүмерҙең мәғәнәһен ғәмһеҙ, үҙ ихтыяжыңды ғына ҡәнәғәтләндереп йәшәүгә ҡайтып ҡалған гедонизм философияһы. Чайлдфри идеологияһының таралыуы илебеҙҙәге дәүләт сәйәсәтенә ҡаршы килә, йәмәғәт институттарының деградацияһына һәм депопуляцияға килтерә».

Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе һүҙҙәренсә, төп маҡсат – йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен булдырыу һәм нығытыу. Федераль закон проекты Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советына ҡарауға тәҡдим ителде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-03-15/bashkiriya-planiruet-zapretit-sredi-detey-rasprostranenie-ideologii-chayldfri-2727953

Автор:
Читайте нас