ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2022, 04:54

Бал, май, сәй, ярмалар һәм көнкүреш әйберҙәре

..

Бал, май, сәй, ярмалар һәм көнкүреш әйберҙәреБал, май, сәй, ярмалар һәм көнкүреш әйберҙәре
Бал, май, сәй, ярмалар һәм көнкүреш әйберҙәре

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына Башҡортостан икенсе ылауға гуманитар ярҙам туплай. Изге эшкә муниципалитеттар, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе, мәғариф учреждениелары, мәрхәмәтлек фонды һәм башҡа ойошмалар ҡушыла. Өфөгә тауар тейәлгән машиналар ағымы туҡтамай. Икенсе конвой был аҙнала юлға сығасаҡ. БЮТ каны хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.

 

Төрлө райондарҙан килтерелгән көнбағыш майы бер урынға туплана, сәй ҡаптары ла, ярмалар ҙа айырым тартмала. Республика төбәктәренән йыйылған әйберҙәр тәүҙә үлсәнә, һуңынан башҡалары менән поддондарға һалынып төргәккә урала. Донецк һәм Луганск республикаларына ебәрер өсөн икенсе конвойға гуманитар ярҙам туплау эше 10 мартта башланған. Тәүге ылау 75 тонна матди ярҙам алып барҙы.

Макарон изделиелары, печенье - тиҙ арала боҙолмай торған аҙыҡ- түлек һәм көнкүрештә ҡулланыу әйберҙәре, кейем-һалым - тауар бөтә муниципалитеттарҙан килә. Һәр төбәк ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа.

Әйтергә кәрәк, мәғариф учреждениелары изге эшкә дәррәү ҡушылған. Әлшәй районы башҡорт лицейы уҡыу өсөн кәрәкле әйберҙәр килтерҙе, ә район умартасылары күп итеп бал ебәргән.

Ылау өсөн әйберҙәр тағы бер-ике көн ҡабул ителә. Икенсе конвой Башҡортостандан ике мең самаһы саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 18 мартта юллана.

Фото №1 - Бал, май, сәй, ярмалар һәм көнкүреш әйберҙәре

Рәмилә Исмәғилева

Автор:
Читайте нас