ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2022, 06:34

“Уҡытыусы һөнәрен күңелем менән һайланым”, – ти Милена Күскилдина

Һәләтле йәштәр ..

“Уҡытыусы һөнәрен күңелем менән һайланым”, – ти Милена Күскилдина“Уҡытыусы һөнәрен күңелем менән һайланым”, – ти Милена Күскилдина
“Уҡытыусы һөнәрен күңелем менән һайланым”, – ти Милена Күскилдина

Уҡытыусы – иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе һанала. Был юлды һайлаған кеше үҙен тулыһынса һөнәренә бағышларға бурыслы, юғиһә уҡыусыларында белем алыуға һөйөү уята алыуың икеле. Шулай уҡ бөтә кеше лә уҡытыусы була алмайҙыр, сөнки һөнәргә ҡарата эскерһеҙ ынтылыш та кәрәк.

Ә ниндәй ул бөгөнгө уҡытыусы? Йәш педагог? Ошо һорауға яуап алыу һәм, ғөмүмән, замана уҡытыусыһының тын алышын, йәшәйешен белеү теләге менән 2-се Аҡъяр мәктәбендә икенсе йыл балаларға белем биргән Милена Күскилдина менән әңгәмәләштек.

Вәзәм ауылы ҡыҙы Милена Дәмин ҡыҙы Әбеш мәктәбендә 9-сы класты ҡыҙыл аттестат алып, уҡыуын 2-се Аҡъяр мәктәбендә дауам итә. Артабан Сибай ҡалаһының педагогия колледжына уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ уҡыу йортоноң иң алдынғы һәм әү­ҙем студенттарының береһенә әүерелә, үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтә. Буласаҡ уҡы­тыусы­ ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, белем усағында үткән һәр са­рала ихлас ҡатнаша.  Баҫҡан ере­нән ут сәсрәтер, ҡулынан да, һүҙе­нән дә бар эш килер студент­тың бер минуты ла бушҡа үтмәй. Төркө­мөндә оҫта ойоштороусы булһын­мы йәки уҡыу йорто буйынса үткән сараларҙы алып барһынмы, йә булмаһа, төрлө предмет олимпиадаларында, спорт ярыштарында призлы урын яулаһынмы – барыһына ла өлгөрә егәрле ҡыҙ.

–Уҡыу йылдары күңелле үтте, бик күп файҙалы мәғлүмәттәр, белем тупланым. Ошо йылдар дауамында миңә белем биреү өҫтөндә эшләгән уҡытыусыларыма оло рәхмәтемде еткерәм. Шулай уҡ мәктәп йылдарын һағынып, күңелем түрендә һаҡлайым. Нисәмә йылдар буйы данлыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар сығарған Әбеш мәктәбе миңә уҡытыусы булырға нигеҙ һалды, – тип мәктәп, студент йылдарын хәтергә алды йәш педагог.

Милена Күскилдина эшкә килгәс, уға мәктәпкә тәү аяҡ баҫҡан беренсе класс уҡыусыларын тапшыралар, быйыл иһә улар бергәләп икенсене тамамлайҙар. Ҡайһы бер балалар мәктәпкә иртә үк килә. Уҡытыусы артынан класҡа йыйыла ла башлай. Ғәҙәттә, ошо арауыҡта класы менән аралаша, өйгә бирелгән эштәрен тикшерә икән.

Бер ни тиклем эше тураһында һөйләүен һорағас: “Балалар, коллегалар менән уртаҡ тел табыуы ауыр булманы. Уҡыусылар менән, ғөмүмән, Кеше-Кеше форматында аралашам, уҡытыусымын тип өҫтән ҡарамайым, кәмһетергә юл ҡуймайым. Һәр ҡайһыһының фекеренә ҡолаҡ һалам. Дөйөм алғанда, балаларҙың тәртиптәре яҡшы, был йәһәттән мәктәп етәкселеге эште һәйбәт ойошторған. Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигәндәй, тәрбиә тышҡы ҡиәфәттән башлана. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары, аллаға шөкөр, ҡиәфәттәре яғынан күркәмдәр, белем йәһәтенән дә тырыштар. Дисциплина һәйбәт булғас, уҡыу яғынан да көслө балалар. Башҡорттар үҙҙәре үк ипле халыҡ. Уҡытыу тәжрибәм күп түгел, әле үҫергә лә үҫергә әле. Шулай ҙа төрлө ысулдар ҡулланып, ҡыҙыҡһыныу уятырға, дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итергә тырышам, әлбиттә. Балаларҙың күҙҙәре янып тора икән – тимәк һин баланы ниндәйҙер бер темаға ҡыҙыҡһындыра алдың, ул аңлап ҡабул итә тигән һүҙ. Ғөмүмән, балаларға белем биреүгә етди ҡарайым, башланғыс класс уҡыусыларына был бик мөһим. Балаларҙы яҡшыраҡ белеү һәм дуҫлаштырыу маҡсатынан мөмкин тиклем дәрестән тыш саралар уҙғарабыҙ: ҡышын һырғалаҡта шыуабыҙ, экскурсияларға, музейҙарға йөрөйбөҙ, йыл әйләнәһенә төрлө саралар үтә. Коронавирус инфекцияһын тарлаыуға юл ҡуймауға бәйле балалар менән дистаницон уҡытырға ла тура килә. Бында ла һәр уҡыусыны өйөндә икенсе берәй нәмәгә әүрәмәһен өсөн контролдә тоторға кәрәк. Замана уҡытыусыһының эше күбеһенсә интернет селтәренә бәйле. Шулай ҙа интернетҡа ғына һалышмайым, уҡытыуҙың башҡа төрлө алымдарын да ҡаҡмайым. Күңелем уҡытыусы һөнәрен һайланы һәм артабан да белем үрҙәрен үҙләштереү өҫтөндә эшләйәсәкмен”, – тине Милена Дәмин ҡыҙы.

Хәҙерге заман уҡытыусыһына балаларға белем биреүҙән тыш, ватсап бәйләне чаттары аша көн дауамында атай-әсәйҙәр менән бәйләнеш тотоу, уларға мәктәп яңылыҡтарын еткереү, электрон дневник тултырыу – шуның ише күҙгә күренмәгән эштәрен, уның араһында төрлө контроль тикшереүҙәр мәктәптәге бүтән сараларҙы күҙ уңында тотһаң, күпме көс түгелгәнен аңларға булалыр, моғайын.

Бар яҡлап та килгән, балаларҙы яратҡан ижади уҡытыусыға киләсәктә лә яңынан-яңы яулайһы үрҙәр һәм артабан да дәртләнеп эшләүен теләйек.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас