

Афған һуғышы – ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра. Ә инде йылдар дауамында ошо яра, әсе хәтирәләр менән йөрөүсе ил батырҙарын беҙ хөрмәткә, исемдәрен данға төрөргә, хәрби бәрелештә һәләк булғандарын иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Мәҡәләмдең геройы ла бөгөн Афған һуғышы яраларын хәтерендә һәм йөрәгендә йөрөтөүсе ысын ир аҫылдарының береһе Аҡъяр ауылынан Фуат Юлдашбаев.
Фуат Ғәтиәт улы 1950 йылда донъяға килә. 1-се аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң, үҙенең баласаҡ хыялын – хәрби булыуҙы тормошҡа ашырыу, атаһының юлынана барыу маҡсатында, Саратов өлкәһенең Вольсҡ ҡалаһында хәрби училищеға уҡырға инә һәм спортты үҙ иткән, белемгә ынтылған егет уңышлы тамамлай.
Хәрби училищены тамамлағас, сығарылыш уҡыусыһын хәрби хеҙмәткә тәүҙә Ашхабад ҡалаһының Урта азият сит буйы округына ебәрәләр. Уның атаһы Ғәтиәт сит буйы ғәскәрҙәренең өлкән лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Көнбайыш Украинала бандформированиены бөтөрөүҙә ҡатнаша.
Дошман ҡоралынан ҡурҡмаҫ Афғансы әңгәмәсем 1971-1982 йылдар эсендә Таджикистандың Хорог Горно-Бадахшан ҡалаһы автоном округында хеҙмәт итә. Уның өсөн ҡан-ҡойош һуғышы 1979 йылда башлана. Быны ул бөгөнгөләй хәтерләй, һәм күңелендә һаҡлай.
“Ике билдәһеҙ самолет Советтар Союзы территорияһына инеп, Хорог ҡалаһын ҡыйратты. Шул көндән алып тыныс әрме хеҙмәте тамамланды, тип һүҙ башланы Фуат Ғәтиәт улы.
Беҙҙең сик буйы ғскәрҙәре отряды советтар союзы сиктәре буйлап ҡына түгел, ә Афғанистан, Пакистан сигендә ҡорал, аҙыҡ-түлек һәм башҡа милек менән каравандар хәрәкәте юлында ла гарнизондар булып торҙо. Ул урын Бандар-пост тип атала. Бер ниндәй ҙә һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, һуғыш шатлыҡ килтермәй. 1980 йылдың 13 февралендә беҙҙең часта беренсе ауыр юғалтыуҙар булды. Ҡәһәрле һуғыштың бер көнөндә 6 йәш һалдат һәм 1 офицерыбыҙҙы юғалттыҡ. Улар беҙҙең хәтерҙә мәңгелек.
1982 йылда мине Дүшәмбе ҡалаһына күсерҙеләр һәм Рәсәй сик буйы ғәскәрендә 1993 йылға тиклем хеҙмәт иттем. Афғанистанға төрлө йөк тейәгән колонналарҙа командировкаларҙа ҡатнаштыҡ. Тағы ла бер ауыр юғалтыу... 1989 йылдың 19 ғинуарында Ҡондоҙ ҡалаһы тирәһендә разведка эшләгән Ми-8 ике борт вертолеттарҙы ерҙән “Стингерам”дарҙан атып, борттарҙың береһе моджахерҙар биләгән территорияға барып төшә, 4 офицер һләк була, экипаж ағзаларының береһе мөғжизә менән тере ҡала. Ерҙән ут яуыуға ҡарамаҫтан икенсе вертолет уны ҡотҡара. Экипаж командиры өлкән лейтенант Попков, һалдатты ҡотҡарыуҙа батырлығы өсөн уға советтар Сюзы геройы исеме бирелә.
Был осрҡтан һуң был районда барлыҡ һуғыш хәрәкәттәре туҡтатылды, сөнки моджахерҙарҙың ниндәй ҡарар ҡабул итеүҙәрен, беҙҙекеләрҙең мәйеттәрен беҙҙең территорияға тапшырыуҙары билдәһеҙ ине. Бары тик бер-ике көндән аҡ туҡымаға төрөлгән, ҡыҙыл парча менән ҡапланған мәйеттәрҙе ҡайтарҙылар. Беҙ быға оҙаҡ ышанманыҡ, улар кешелекле булып сыҡтылармы? беҙ уларға шулай ҙа дошман инек бит. Был юғалтыруҙан һуң Афғанистан территорияһында беҙҙең бүлексәләр ғәскәрҙәрен урынлаштырыу өсөн дәүләт сиге буйлап блиндажлар, окоптар, сик һаҡсылары, хеҙмәт эшсәнлеге өсөн хужалыҡ ҡоролмалары төҙөй башланылар. Сөнки беҙҙең тәү сираттағы бурысыбыҙ – Ватаныбыҙҙың дәүләт сиктәрен һаҡлау һәм яҡлау булды. Һуғыш юғалтыуһыҙ булмай, офцерҙар, прапорщиктар, һалдаттар араһынан һәләк булыусылар, яраланғандар бихисап булды. Шулай итеп, ҡан-ҡойошло, фажиғәле һәм геройҙарса һуғыш тамамланды. Әммә беҙҙең хәтерҙә ул ғүмеребеҙҙең һуңғы көнөнә тиклем оҙатып килә. Сөнки уның тарихы һәләк булған һалдаттарҙың ҡаны, атай-әсәйҙәрҙең күҙ йәше, ҡалай йондоҙло обелискалар һәм беҙҙе тормошҡа үтеп ингән фрон еле йырҙары менән яҙылған ул, - ти ауыр хтирәләргә бирелде Фуат Ғәтиәт улы.
Йырҙарҙа йырланғанса, ниҙәр генә күрмәй ир-егеттәрҙең башы. Афған иленең үҙәккә үткес әсе елдәренә, ожмахҡа тиң тәбиғәтле изге еркәйен һағыныу һәм хәрби задание үтәгәндә дошман пуляһынан ҡаты яраланып, ғүмеренең һуңғы минуттарын һанаусы иптәштәренең хушлашыу һүҙҙәрен ишетеү ғазаптарына - бөтәһенә түҙә һалдат йөрәге.
Бының менән хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусының хеҙмәте тамамланмай әле. - Дүшәмбе ҡалаһында халыҡтың эктремистик ҡарашлы булған ҡатламы хакимиәтте бәреп төшөрөргә, Ислам республикаһын булдырырға тырышты. Сикте һаҡлау буйынса ғына хеҙмәт итмәнек, республикала ла тәртип һаҡларға тура килде. Юлда мәйеттәр ята, был халыҡ өсөн даими күренеш була башланы. Бөгөнгө көндә Донецк ҡалаһында барған ғауға кеүек Таждикистанда ла шул уҡ хәл булды. Тыныс кешеләр тыуған йортарын, ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр ине, - тине ул.
Фуат Юлдашбаев 1993 йылда Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, әрме сафынан үҙ теләге менән китергә ҡарар итә.
Фуат Ғәтиәт улының утлы-һыулы, ҡан-ҡойошло ун йыллап Ватанды һаҡлау йылдарында уның янында һәр ваҡыт ҡатыны Филүзә Ғәфүр ҡыҙы була. Ул ҡатыны менән ике улға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән улы Артур Мәскәү ҡалаһы сик буйы отрядында хеҙмәт иткән. Дүшәмбелә конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан. Кесе улдары 2-се Чечня кампанияһында хәрби хәрәкәттәрҙә хеҙмәт итә. “Батырлыҡ” ордены менән наградаланған. Ике тапҡыр яралана.
“Улдарымдың да хәрби хәрәктәтәрҙә хеҙмәт итеүҙәрен үкенмәйем. Азамат улыбыҙҙың хеҙмәт иткән ерендә яраланып, Ставрополь ҡалаһы госпиталендә ятыуын да белмәнек. Телевизор аша ундағы ҡыҙыу нөктә тураһында һөйләүҙәренән белеп ҡалдыҡ һәм шылтыратып асыҡланыҡ. Ысын ир-егет армияла хеҙмәт итергә тейеш тигән фекер мейегә беҙгә электән һалынды. Шуға ла бөгөнгө заман йәштәренә ҡурҡмаҫҡа, үҙ илең өсөн бурысыңды үтәргә тейешһең. Улар әрменең, хәрби хәрәкәттәрҙең, казарманың нимә икәнен күрһендәр, белһендәр, - тип әйтер инем. Интернет селтәре аша хәрби дуҫтар – хеҙмәттәштәр менән аралашып торабыҙ. Владимир, Воронеж, Мәскәү ҡалаларынан хеҙмәттәштәрем менән яҙышып, һөйләшеп торабыҙ. Украинан да әле лә бәйләнеш тотҡан һалдаттар күп. Улар ҙа инде минең кеүек, 60-70 тиҫәтен ваҡлаған бабайҙар, - тине афғансы.
Фуат Ғәтиәт улы СССР-ҙың юғары Советы Президиумының,Таджикистандың юғары Советы Президиумының Маҡтау грамоталары, СССР-ҙың КГБ-һы коллеганыһынң ҡул сәғәте һәм башҡа бихисап наградаларға эйә.
Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, тыныс тормошта ла һынатмай. 12 йылдан ашыу Аҡъярҙың икмәк ҡабул итеү предприятиеһында эшләй. Бөгөн дә тик ултырырға ғәҙәтләнмәгән әүгәмәсем дуҫтары менән балыҡ ҡармаҡларға, баҡса тултырып, йәшелсә-емеш үҫтерергә оҫта. Ейәндәрен дә ғорурланырлыҡ, ысын ир-егет итеп тәрбиәләшә.
Ҡәһәрле Афған йылдары утлы юлдар төҙәлмәҫлек яралар ҡалдырһа ла, Фуат Ғәтиәт улы хеҙмәт юлын Афғанда үтеүенә һис үкенмәй. Даръялай киң күңеле, уй-фекерҙәре, донъяға ҡарашы һәм сикһеҙ илһөйәрлек өлгөһө менән һоҡландыра шул совет мәктәбе тәрбиәһе алып, яуҙа һыналған ил батырҙары. Әммә уның уйсан күҙҙәрендә генә мөлдөрәмә һағыш...