ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2022, 10:36

"Милләттәштәргә - башҡортса китап" акцияһына ҡушылығыҙ

#Айыҡауыл2021#Трезвоесело2021  

"Милләттәштәргә - башҡортса китап" акцияһына ҡушылығыҙ"Милләттәштәргә - башҡортса китап" акцияһына ҡушылығыҙ
"Милләттәштәргә - башҡортса китап" акцияһына ҡушылығыҙ

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылына дуҫлыҡ осрашыуына юллана. Маҡсаттары-башҡорттар араһында мәҙәни программа менән айыҡлыҡты пропагандалау, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, уларға башҡорт телендәге баҫмаларҙы бүләк итеү. Ошо айҡанлы районда башҡорт телендәге китап-журналдар йыйыу буйынса акция иғлан ителә. Уға теләге булған һәр кем ҡушылып, эстәлекле баҫма өлгөләрен район китапханаһына тапшыра ала. 25-се март көнө Бәләкәй Арыҫланғолдар тарафынан улар Сембер ауылы халҡына тапшырыласаҡ.
Китаптар Район мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан Үҙәкләштерелгән китапханала ҡабул ителә.
Белешмә өсөн телефон: 89371558913

#Айыҡауыл2021
#Трезвоесело2021

 

Сығанаҡ: район хакимиәте төркөмө.

Автор:
Читайте нас