

Йөҙөнән нур бөркөлөп торған ыҡсым кәүҙәле, зифа буйлы мөләйем 40 йәшлек ҡатынды биш бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә. Миҙаллы әсә менән һөйләшеүҙе уларҙың ғаиләләрендә көндөң нисек башланыуы тураһында һөйләшеүҙән башланыҡ.
--Һәр иртәм балаларға, иремә иртәнге аш әҙерләүҙән башлана. Артабан кемеһен эшкә, ҙурыраҡ балаларҙы мәктәпкә, бәләкәс Гүзәлиәне балалар баҡсаһына оҙатып ҡуйғас, йорт мәшәҡәттәренә сумам. Ҡул ҡаушырып ултырырға һис ваҡыт юҡ. Күпләп мал-тыуар аҫрайбыҙ, әле өс һыйыр һауып, ағын эшкәртеп алам. Улдарыма әйтергә лә кәрәкмәй, атайҙарының эше тынғыһыҙ булғанлыҡтан, һарай тирәһендәге бөтә эштәрҙе эшләп ҡуялар. Йәйге ваҡытта ҡош-ҡорт тотабыҙ. Баҡсабыҙ ҙа шәп. Мәктәптән ҡайтҡан балаларҙы тәмле итеп, төрләндереп төшкө аш менән көтәм. Ә кискеһен барыбыҙ ҙа бергәләп, түңәрәк өҫтәл артына йыйылабыҙ. Һәр кемеһе үҙҙәренең яңылыҡтарын һөйләй. Өйөбөҙ геү килеп тора. Үҙем ҡул эштәренә тотонам, ҡыҙымды да бәйләргә өйрәтәм,--тип йылмайып һөйләне Филүзә Мәжит ҡыҙы.
Ғаилә башлығы, полиция майоры Илшат Абдуллиндың хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүенә байтаҡ инде. Ә ғаилә усағын һаҡлаусы Филүзә Йәнтештәге “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булған. Әле ул декрет ялында.
Абдуллиндар балаларына исемдәрҙе лә саф башҡорт телендә, мәғәнәле булғандарын һайлаған . Өлкән улдары Даянға 16 йәш, Татыр-Үҙәк мәктәбендә 10-сы класта уҡый. 13 йәшлек Илсур 7-се класта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, ағаһы менән хоккей, тағы футбол уйнарға әүәҫ. Өсөнсө улдары Айнурға – 8 йәш. 15 йәшлек Дания иһә әсәһенең уң ҡулы. Ә иң кеселәре, барыһы ла яратып-һөйгән 3 йәшлек иркә ҡыҙыҡай Гүзәлиә балалар баҡсаһына йөрөй.
Балалар спорт менән мауыға, тип яҙғайныҡ. Ә был башланғыс әсәйҙән килә: Филүзә Абдуллина үҙе волейбол менән дуҫ. Уларҙың хатта ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан торған волейбол командаһы Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ойошторолған ярыштарҙа икенсе урын яулаған.
Балаларының ошондай матур тормош ҡороуына өләсәй-олатайҙар – Зөлфиә менән Мәжит Моталовтар, Роза һәм Әйүп Абдуллиндар – сикһеҙ шат. Улар ҙа ишле ғаиләгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ынтыла, хатта ейән-ейәнсәрҙәрен төрлө шөғөлгә өйрәтә икән. Мәҫәлән, Әйүп Ғүмәр улы үҙе умартасы, ейәндәрендә лә ошо татлы шөғөлгә һөйөү тәрбиәләй. “Балаларыбыҙ ҡартатайҙарына, өләсәй-ҡартәсәйҙәренә барырға ашҡынып тора. Малайҙар хатта үҙҙәре ашарға теләгән тәмлекәстәргә “заказ” биреп ҡуялар. Ғөмүмән, оло быуын тәрбиәһе алған балалар бөтөнләй икенсе була тигән фекерҙәмен”,--ти Филүзә. Әйткәндәй, Филүзә Мәжит ҡыҙы оло йәштәге бейеменең хәлен хәлләп, ҡулынан килгән тиклем ярҙам итә.
Ишле балалар тәрбиәләгән Филүзә һәм Илшат Абдуллиндаҙың бәхете – ҡыҙҙарының һәм улдарының һау-сәләмәт, шат булыуында. Улар йәшәгән ҙур йорттоң шатлыҡлы ауаздарҙан яңғырап тороуы үҙе бер ҡыуаныс түгелме ни?