ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2022, 05:05

Йәш ғаиләләргә – тос ярҙам

“Йортло булыу – оло бәхет”, – ти улар

Йәш ғаиләләргә – тос ярҙамЙәш ғаиләләргә – тос ярҙам
Йәш ғаиләләргә – тос ярҙам

Йәштәргә, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй, республика хөкүмәте, район хакимиәте йәһәтенән ҡабул ителгән күп программалар уңышлы эшләй һәм уларҙың бойомға ашырылыуы һөҙөмтәһендә бәхетлеләр өйҙәр туйлай.

Бындай хәбәрҙәр алыу һәр саҡ ҡыуаныслы. Ошо көндәрҙә күп балалы ике йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә социаль түләү алыу хоҡуғы тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. Был көндө Бүребайҙан Геннадий менән Елена Түлебаевтар һәм Сиҙәм ауылынан Светлана менән Рәсүл Ҡунафиндар өйлө булыу бәхетенә иреште.  

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов бәхетле ғаиләләргә сертификаттар тапшырып:

— Торлаҡ — ғаилә тормошоноң ныҡлы нигеҙе. Үҙ йортоң булыуы бәхетле, матур йәшәү өсөн тәү шарт, минеңсә. Буласаҡ өйҙәрегеҙ өсөн бирелгән сертификаттар тик файҙаға булһын, үҙ нигеҙҙәрегеҙҙә бәхетле тормош көтөгөҙ, балалар үҫтерегеҙ, — тине.

Рәсүл менән Светлана бәхетле йөҙҙәрен йәшерә алманылар. Ғаилә башлығы Хәйбулла юл-төҙөлөш идаралығында эшләй. Ҡунафиндар әлеге көндә Рәсүлдең ата-әсәһе менән бергә йәшәй.

—Был программала 2010 йылдан алып торабыҙ. Динә, Айрат һәм Ибраһим исемле балалар тәрбиәләйбеҙ. Әлбиттә, сертификат өсөн рәхмәтлебеҙ. Күп балалы ғаиләләргә был ҙур ярҙам. Ситкә күңел тартманы, үҙебеҙҙә йәшәргә, эшләргә теләйбеҙ, — тине Ҡунафиндар ғаиләһе.

—11 йыл көттөк, ниһайәт шатлыҡлы көнөбөҙ килеп етте. Быға ышанып та булмай. Дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Ирем “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ-һында эшләй. Бүребайҙа әле беҙ йәшәгән йорт иҫке һәм бәләкәй. Ә был дәүләт ярҙамы беҙгә яңы йортло булырға булышлыҡ итәсәк, — тип шатлыҡ йәштәре аша ҡыуанысы менән бүлеште Елена Түлебаева.

Ошо ғаиләләр кеүек матур балалар үҫтергән, тыуған еренә хеҙмәт иткән тырыш ғаиләләрҙә Хәйбулланың киләсәге. Бындай йәштәр күберәк булған һайын районыбыҙҙың көсө арта.

Луиза Юлмөхәмәтова.

Комментарий.

Әлфиә Ибраһимова, район хакимиәтенең төҙөлөш, архитектура һәм тораҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш белгесе:

—Бөгөн сиратта торған райондың ике күп балалы ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырылды. Был Рәсәй Федерацияһының йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарылды. Был программала дәүләт торлаҡтың 35 процентын финанслай, ҡалған өлөшөн ғариза биреүсе үҙҙәре һатып ала йәки төҙөй. Бөгөнгө көндә был программа буйынса районда 97 ғаилә сиратта тора, шуларҙың икәүһе бөгөн сертификат алды. Әйткәндәй, былтыр дүрт ғаилә ошо программа буйынса йортло булды, шуларҙың өсәүһе – ишле ғаилә.

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас