ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2022, 05:03

Пар һуҡмаҡтан — алтын туйға

“Бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет”, – ти Күсәковтар  

Пар һуҡмаҡтан — алтын туйғаПар һуҡмаҡтан — алтын туйға
Пар һуҡмаҡтан — алтын туйға

Оҙаҡ йылдар бергә татыу тормош кисереүселәрҙе ололар элек-электән диңгеҙ аша үтеүгә тиңләгәндәрен ишеткәнем бар. Киң даръяла ел-дауылдар булмай ҡалмай, уларға ҡаршы торорлоҡ ныҡлы ир ҡанаты, ә уның янында аҡыллы, сабыр холоҡ менән эш иткән ҡатын-ҡыҙ булһа, ғаиләгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Һис һүҙһеҙ ундай парҙар яныбыҙҙа бик күп.

Шуларҙың береһе быйыл алтын туйҙарын билдәләгән Аҡъяр ауылынан Рәжәп һәм Нәсимә Күсәковтар. Улар бергә үткән илле йыллыҡ ғүмерҙәрен илле көнгә генә тиңләгәс, бигерәк бәхетле парҙар инде тигән уй килде. Ысынлап та шулай – етмеште уҙыуҙарына ҡарамаҫтан, шат күңелле, көләс йөҙлө пар әле лә бер-береһенең күҙҙәренә генә ҡарап тора.

Нәсимә Әғлетдин ҡыҙы Бөрө районы Үрге Ласынтау ауылында ете балалы ғаиләлә донъяға килгән. “Ауылыбыҙ Ағиҙел йылғаһы ярында бик йәмле урында урынлашҡан. Әсәйем Нурйыһан тере саҡта бабайым менән тыуған яғыма йыш барып торҙоҡ.  Һағынып иҫләргә генә ҡалды”, – тине ул.

Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, Мәләүез һөт техникумын уҡырға инә һәм тырыш ҡыҙ ҡулына ҡыҙыл диплом ала.  1972 йылда йәш ҡыҙҙы яҙмыш елдәре Хәйбуллаға илтә – Аҡъярҙың һөт заводына эшкә ебәрелә.  

–Хәйбуллаға килгәс, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар булманы, шулай кәрәк тип, баш көллө эшкә сумдым. Намыҫ менән тырышып эшләнек. Завод гөрләп торҙо, халыҡ егәрле булды. Бер мәл һөт заводына Мәскәүҙән килеп йогурт эшләргә лә өйрәтеп киттеләр, уныһын да эшләргә оҫтарҙыҡ. Коллектив та татыу ине. Йәш белгес булараҡ, фатир бирҙеләр. Әле лә күршелә, стена аша ғына йәшәгән Сания Хоҙайбирҙина менән бергә эшләнек, әле лә бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡатышабыҙ. Аҡъярға бушҡа ебәрелмәгәнмен, яҙмышым ҡушыуы буйынса инде. Һөт заводында эшләгән саҡта ғүмерлек мөхәббәтем Рәжәп исемле егетте осраттым. Ул да әрме сафынан һуң заводта механик булып хеҙмәт юлын башлаған ине. Хәҙер был ваҡыттарға ярты быуат үтеп тә киткән, – тип хәтирәләргә бирелде әңгәмәсем Нәсимә Күсәкова.

Рәжәп Хәмит улы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Ишан ауылында тыуған. Атаһы сығышы менән Аҡъярҙан булған, шуға кире бында ҡайтҡандар.

Нәсимә Әғлетдин ҡыҙы һөт заводында бер ни тиклем эшләгәс, 14 йыл райком идаралығында диспетчер була. Артабан уны ҡабат һөт заводына саҡыралар һәм ул мастер-технолог булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

 Рәжәп һәм Нәсимә Күсәковтар Зилә һәм Артур исемле балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Зилә Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. Бөгөнгө көндә үҙ ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында донъя көтә. Мәктәптә һөнәре буйынса балаларға белем бирә. Ҙур ейәндәре Ризван Өфө ҡалаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында белем ала. Кесе ейәндәре Иҙелбай 10-сы класты тамамлай. Улдары Артур хәрби контракт буйынса хеҙмәт итә.

Нәсимә Әғлетдин ҡыҙы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан төрлө гөлдәр үҫтерергә ярата.  Улар өйҙәрен йәмләп, тәҙрә төптәрендә күпертеп сәскә атып ултыра. Сәк-сәк бешерергә оҫта ул. Бынан тыш, ҙур бәлеш кеүек тәмлекәстәр бешерергә әүәҫ. Бер генә лә тик ултырырға яратмаған әңгәмәсем бейәләй, ойоҡбаштар ҙа бәйләй икән.

Әңгәмә ваҡытында телефон эргәһендә ятҡан, яҙыу дәфтәрендә ынйы тештәре теҙелгәндәй матур почерк иғтибарымды йәлеп итеп, “Быны һеҙ яҙҙығыҙмы, ҡайһылай тигеҙ һәм матур яҙыу” тип һорағас, “Эйе, минең яҙыу, электән матур булды ул, кеше һәр ваҡыт маҡтаны. Диспетчер булып эшләгән саҡта, ҡул менән сводка яҙып, тапшыра инем”, – тине ул.

–Бергә йәшәүебеҙгә илле йыллап ваҡыт үтеп тә киткән. Туй көнөбөҙ, ап-аҡ күлдәгем бөгөнгөләй хәтерҙә. ЗАГС-ҡа ат егеп барып яҙылыштыҡ. Бөрө районынан атай-әсәйемдәр килде, матур итеп, етешенсә туй яһап, бер фатирҙа икенсе ҡаттан ошо беренсе ҡатҡа ғына килен булып төштөм. Бында күрше-күләндәр менән татыу йәшәйбеҙ. Район гәзитен алдырабыҙ, почтаға барып, төрлө журнал-гәзиттәр ҙә һатып алып уҡыйбыҙ. Бабайым иртәле-кисле саф һауала йәйәү йөрөргә сыға, – тине Нәсимә Күсәкова.

 Бөгөнгө көнөбөҙгә бик шатланып йәшәйбеҙ. Беҙгә тағын нимә теләргә? Һыу өйҙә, йылытыуға утын кәрәкмәй. Балалар бар нәмәлә етеш, тип шөкөр итеп ултыра бәхетле пар.

–Яратыу – бер-береңде хөрмәт итеүгә, һанлауға әүерелә, икәү бер булып йәшәй башлай. Ғаиләң өсөн яуаплылыҡ хисе арта, йәш барған һайын сабырлыҡ та өҫтәлә. Ҡатлы йортта торһаҡ та, мал тоттоҡ, өйрәк-ҡаҙ алып аҫраныҡ.  Фатир эргәһендә элек һарайҙар, баҡсабыҙ булды. Хәҙер ҡыҙыбыҙ Зиләлә күпләп картуф, йәшелсә-емеш ултыртабыҙ, ейәндәрҙе ҡарайбыҙ. Уларҙа йыш булабыҙ. Ҡыҙым, ейәндәр көн һайын шылтыратып, хәлде белә, ошо ла ҙур бәхет, – тине илле йыл бергә ғүмер кисереүсе Күсәковтар ғаиләһе.

Ундай бәхетле миҙгелдәр күп кешегә тәтемәй. Бөгөнгө көндә Күсәковтар балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп көн күрәләр. Бер-береһенә булған йылы хистәрен олоғайған көндәренә тиклем юғалтмаған Рәжәп һәм Нәсимә Күсәковтар ғаиләһенә алдағы көндәрендә лә балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр изгелеген күреп, оҙаҡ йылдар ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.

Луиза Юлмөхәмәтова.

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас