ЙӘМҒИӘТ
9 Март 2022, 07:15

Вәзәм батырҙары һынатманы

Бәләкәй Арыҫланғолда 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғалары реконструкцияланды

Вәзәм батырҙары һынатманыВәзәм батырҙары һынатманы
Вәзәм батырҙары һынатманы

Бәләкәй Арыҫланғол, йәки халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтөлгән ауылдың халҡы тыныс һәм берҙәм тормош алып барыуы менән һоҡландыра. Уларҙың егәрле, уңған, татыу булыуын төрлө матур, фәһемле саралар үткәреп, өмәләргә дәррәү сығыуҙарынан, һәр йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуҙарынан да күрергә була.

Эйе,  уңғандар “Айыҡ ауыл” бәйгеһенең район кимәлендә беренселекте бирмәне. Улар күптән түгел ауыл урамдарын яңғыратып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһе сиктәрендә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап, сираттағы сағыу сара ойошторҙо. Байрамдың темаһы быйыл республикала билдәләнгән 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығына арналды. Был яуҙа ҡатнашыусылар араһында башҡорттарҙың айырым роле, даны тураһында бөтә донъяға билдәле.

Эй, һоҡландыра ла һуң вәзәмдәр. Улар ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлназ Сурина етәкселегендә барлыҡ сараларҙа әүҙем, ихлас ҡатнашалар. Бына ҡайҙа ул татыулыҡ, берҙәмлек.

Сираттағы “Вәзәм батырҙары” тип исемләнгән сараны үткәреү өсөн дә улар барлыҡ көстәрен һалған.

Байрамдың рәсми өлөшө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов, килгән ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Таһир Мөғлөтдин улы сараны тантаналы рәүештә асып:

 –Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек-электән батыр яугирҙар булған. Улар Тыуған иле, ере, йорто өсөн ҡан ҡойғандар. Башҡорт халҡы Рәсәй батшалығы саҡырыуы буйынса төрлө яуҙарҙа ҡатнашҡан. Ата-бабаларыбыҙ Парижды ла яулаған, Берлинға ла барып еткән. Башҡорттарҙы “Төньяҡ амурҙары” тип тә йөрөткәндәр. Кутузов иһә “Молодцы, вы мои, любезные, хорошо, воюете” тип маҡтап әйткән. Ғөмүмән, башҡорт халҡы алдынғы һыҙатта булған, һуғышта бихисап батырлыҡтар күрһәткән. Бөгөн беҙ ауыл халҡы тарафынан театрлаштырылған француз ғәскәрҙәре менән барған яуҙы сәхнәләштереүҙәрен ҡараясаҡбыҙ.  Балаларыбыҙҙы ныҡлы рухта тәрбиәләп, киләсәккә үҙебеҙгә алмаш тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ватаныбыҙҙы һәр ваҡыт һаҡлайыҡ, – тине ул. Роза Раузат ҡыҙы иһә вәзәмдәргә уңыштар, изге теләктәрен еткерҙе.

Байрам урыны йәмләнгән – уртала күркәм тирмә ҡоролған, бер яҡ ситтә ут өҫтөндәге ҡаҙанда бутҡа бешә, самауырҙа хуш еҫле сәй ҡайнай, икенсе яҡта аттар бышҡыра. Һәм бында вәзәмдәр Франция ғәскәрҙәре һөжүме менән башланған һуғышты сәхнәләштерҙеләр.

210 йыл элек, 1812 йылдың 12  июнендә француз ғәскәрҙәре Рәсәйгә һөжүм башлағас, башҡорттарҙан бишәр йөҙлөк егерме һигеҙ полк төҙөлөп, улар  Рәсәй армияһына ебәрелә.

Берҙәм хәрби кейем кейгән регуляр рус ғәскәренән айырмалы рәүештә, башҡорттар үҙ кейемдәрендә булғандар. Күк йә аҡ төҫтә буҫтау бишмәт, бишмәт төҫөндә ҡыҙыл лампастар һалынған киң салбар, осло түбәле аҡ кейеҙ бүрек, күн портупея, итек.

Башҡорт яугирҙары һуғышта һөжүмде кире ҡайтарырға әҙерлек осоронда башҡорт атлы полктары Наполеон ғәскәренең тылында хәрәкәт итә, разведкалар алып бара һәм дошманды эҙәрлекләүҙә ҡатнаша, дошмандың иғтибарын ситкә йүнәлтеп, төп рус ғәскәрҙәренә хәл иткес алыштарға әҙерләнергә мөмкинлек бирә. Ноябрҙән башлап дошманды Рәсәй сиктәренән ҡыуып сығарғанға тиклем башҡорт полктары Волга буйы ополчениеһы составында һуғыша. Шулай итеп, Наполеондың “еңелмәҫ” армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнашып, башҡорттар ҡыйыулыҡ, етеҙлек, мәргәнлек һәм яугирлыҡ сифаттары менән дан яулайҙар.

Ошоно ауыл халҡы оҫта итеп сәхнәләштерҙеләр. Хас та ысын фильм ҡарағандай булдыҡ. Тирмәгә ҡорға йыйылған ир-аттарға уйламаған ерҙә фарман килә, унда һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр ителә. Ырыуҙаштар оҙаҡ уйлап тормай, тиҙ арала ҡоралланып, француздарҙы ҡаршы һуғышҡа юллана. Яугирҙары төйөнсөктәр менән яуға оҙатыу, ял яландарындағы алыш, артылыштарға туҡлау, ял минуттары, еңеү яулап тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыу, уларҙы ҡаршы алыуҙы – барыһын да тейешле, лайыҡлы  һәм тап килтереп һүрәтләнеләр.  Һөйгәндәренә француз яулығын да алып ҡайтырға онотмаған улар, ҡалан, һөңгө кеүек һуғыш ҡоралдарын да үҙҙәре әҙерләгән тырыш ир-егеттәр. Ғөмүмән, вәзәмдәр тарихи ваҡиғаны үҙенсәлекле итеп, еренә еткереп асып һала алды.

Костюмлаштырылған сағыу тамашанан һуң, ир-егеттәр өсөн уҡтан атыу ярышы үткәрелде. Көслө заттар үҙҙәрен бында ла һынатманы. Ярышта беренсе урынды Илмир Сурин, икенсене Данис Ғәлиев һәм өсөнсө урынды Сыңғыҙ Сурин менән Риф Сурин бүлеште. Оҫта уҡсыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Һәм һәр ваҡыттағыса байрам “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән һый-хөрмәт менән әҙерләнгән һығылып торған өҫтәл артында сәй эсеү менән тамамланды. Саранан һәр кем рухи аҙыҡ, күтәренке кәйеф алып, “Күгебеҙ аяҙ, көндәребеҙ тыныс торһон”, – тип таралышты Вәзәмдең әүҙем халҡы.

Ауыл бигүк ҙур булмаһа ла, вәзәмдәр ниндәй генә башланғыстарға тотонмаһындар, еренә еткереп атҡарып сығалар. Бушҡа ғынамы ни, “Вәзәмдәр үҙҙәре бер әҙәмдәр”, тип әйтмәйҙәр. Экологик өмәләр тураһында әйтеп тә тораһы ла юҡ, йыл әйләнәһенә ауыл тирәһен, йылға буйҙарын таҙартыу эштәре даими бара. Балаларҙы ла йәлеп итәләр. Ауылды, йорттарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, буяу, матурлау – ҡушҡанды ла көтөп тормайҙар, үҙҙәре башлап йөрөйҙәр. Вәзәмдә эскелек менән мауығыусылар ҙа юҡ. Күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, балаларға өлгө, үрнәк булып тора. Ауылда мәсет асылды, клуб та бар. Мәсеттә дини байрамдарҙа йыйылып, вәғәздәр уҡып, йома сәйҙәре эсеп, ололар ихлас аралашып ҡайта, уларға ҡарап, йәштәр ҙә тартыла иман юлына. Ауыл кешеләре йәшел йылан ҡорбаны булмаһын өсөн бында байтаҡ эштәр башҡарыла. Төрлө кәңәшмәләр, мауыҡтырғыс саралар, осрашыуҙар уҙа. Ағинәйҙәр ҡоро һөҙөмтәле эшләй. Уларҙың республикаға таралған мамыҡ шәлдәре, сағыу балаҫтары ғына ни тора! Төрлө мәҙәни сараларға әүҙем ҡатнаша улар, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә лә, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләйҙәр. Ауылда эш юҡ тип, баш эймәйҙәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай халыҡ, етеш донъя көтә, балалар уҡытып,  һәр яҡлап тырышып йәшәй. Афарин!

Вәзәмдең эшһөйәр халҡының киләсәккә өмөт-ышаныс менән ҡарап йәшәүен, матур башланғыстарға тотоноуын, айырыуса ир-егеттәрҙең “уяныуын” күреп, ҡыуанып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан үткәрелә. 2019 йылда Бөтә донъя баш-ҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән тергеҙелә. Уның маҡсаты – ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән һаҡлау.

Луиза Юлмөхәмәтова.

 

Комментарий:

Гөлназ Сурина, Вәзәм ауыл мәҙәниәт йорто мөдире:

– “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә  Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, 1812 йылғы Ватан һуғышын реконструкциялап сәхнәләштерҙек һәм ниәтебеҙҙе бойомға ашырҙыҡ. “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатинашыуға ҙур ғына пландарыбыҙ бар. Быға тиклем дә төрлө саралар үткәрҙек, алдағы көндәрҙә лә аҙна һайын тиерлек саралар үткәреләсәк. Улар ауылдаштарымдың берҙәмлеге, тырышлығы һәм һәр яҡлап ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысовтың ҙур ярҙамы менән үтә. Яңғыҙ бер нимә лә башҡарып булмай. Ауылдаштарға афарин!

 

Тәьҫораттар:

Флорид Сурин, ауыл имам-хатибы:

–Эскелек ул хәрәм, кешенең көсө менән табылған аҡсаһын араҡыға тығыу – бик ҙур гонаһ. Шуға ла “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуыбыҙға айырыуса шатбыҙ. Ул үҙенә күрә бер этәргес бирә, күпмелер өлөш индерә. Бөгөнгө сара юғары кимәлдә үтте. Ауылыбыҙ ир-егеттәренең дәррәү ҡатнашыуҙары оло ҡыуаныс. Һәр ваҡыт шулай дәртле, сәләмәт тормош яҡлы булайыҡ.

Мөхтәр Сурин, ауыл старостаһы:

–Сәхнәләштереүҙә мин аҡһаҡал ролен башҡарҙым. Бындай саралар мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләйем. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Тыуған ил, ер өсөн баштарын һалған, беҙ быны киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ. Вәзәм халҡы элек-электән дәртле һәм берҙәм. Төрлө байрамдар ғына түгел, тәрбиәүи эштәр ҙә, өмәләр ҙә даими ойошторола.

Рәил Ғәлиев:

–Вәзәм ауылында тыуып үҫтем һәм ауылым һәм уның халҡы менән ғорурланам. Бөгөн тарихи сара үтте. 1812 йылғы Ватан һуғышында ата-балаларыбыҙ Парижға тиклем барып еткән. Быны оноторға ярамай, киләсәк быуынға ла еткерергә кәрәк. Был Ватан һуғышында беҙҙең башҡорттарҙан ғына егерме һигеҙ полк төҙөлгән. Рәсәйҙең һәр бер яуында ҡатнашҡан башҡорттар яугир булған. Рәсәй һәр ваҡыт башҡорттан ярҙам һораған һәм улар бер ваҡытта ла кире ҡаҡмаған, ситтә тороп ҡалмаған, киреһенсә һәр ваҡыт алғы сафта булған. Бындай фәһемле саралар күберәк уҙғарылһын, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, дәррәү ҡатнашырға тырышырбыҙ.

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас