ЙӘМҒИӘТ
9 Марта 2022, 07:10

Әле лә матурҙар, әле лә күркәм пар

..

Әле лә матурҙар, әле лә күркәм парӘле лә матурҙар, әле лә күркәм пар
Әле лә матурҙар, әле лә күркәм пар

Һаҡмар Наҙарғол ауылында иң оло, үрнәк, күп балалар тәрбиәләп үҫтереүсе ғаиләнең береһе Ләлә һәм Ғәлиәхмәт Дәүләткилдиндар иҫәпләнә.

Ләлә Солтанморат ҡыҙы Үрнәк ауылында тыуып үҫкән. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә, атаһы фронтҡа алына, Ләлә инәй дүрт класты тамамлай, аръяғына уҡырға форсат булмай. “Беҙҙең заманда эшләмәгән эш ҡалманы. Бала ғына булып, ялан аяҡ, ялан ҡул утауҙа йөрөй. Ҡул-аяҡтарҙы билсәләрҙән сәнстереп йөрөнөк. Еңгәй-апайҙар бесән күбәләһә, артынан тырма менән  тырматтыҡ. Эшләгән эштең барыһын да һанап бөтөп булмай. Һабанға ла ултырып йөрөнөк. Иген һуҡһалар, арттарынан һалам йыйҙыҡ, эттереп күбә лә йыйып йөрөнөк.  Һуңынан фермаға һыйыр һауырға барҙым. Декрет ялы тигәне булманы, баланы табаһың да, бер-нисә көн үткәс, кире эшкә сығаһың. Һауынсы булғанда һыйыр һауып ҡына ҡалмай, балаларҙы сырылдатып, сәңгелдәккә тейәп, бесәнгә эшләргә лә йөрөнөк. Иң һуңынан клуб баҡтым һәм шунан хаҡлы ялға сыҡтым. Урып-сәсеүҙә йөрөгән ир-егеттәргә аш та бешерҙем”, - тип хәтер йомғағын һүтте хужабикә.

 Ғәлиәхмәт олатай иһә Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуып үҫкән. “Беҙҙең заманда эшләйем тиһәң, эш күп булды. Мин башлыса тракторҙа йөрөнөм. Мал ҡараусы ла булдым, утынын да ташыным. Тракторҙа йөрөп хаҡлы ялға сыҡтым”,--тине ул.

Дәүләткилдиндарҙың эшләгән йылдарында алған Рәхмәт хаттары, Грамоталарҙың иҫәп-хисабы юҡ. Икеһе лә хеҙмәт ветерандары. Байрам һайын бүләктәренән дә ҡалдырманылар ти улар.

Ғәлиәхмәт һәм Ләлә Дәүләткилдиндар 1958 йылда өйләнешәләр. Һаҡмар-Наҙарғолда йәшәп, эшләп ғүмерҙең ҡартлығына баҫалар. Быйыл уларҙың бергә йәшәүҙәренә  64 йыл. Миңзәлә, Миңзар, Марат, Ринат, Флүсә, Әминә һәм иң кеселәре Миләүшә исемле һигеҙ балаға ғүмер биргәндәр. Уларҙы үҙҙәренең өлгөһөндә тырыш, аҡыллы итеп тәрбиәләгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бер балалары был донъяла юҡ. Бөтәһе ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр һаны 40-тан ашыу. “Балалар атай йортона һәр ваҡыт ҡайтып торалар. Мохтаж түгелбеҙ, аллаға шөкөр, ыҙаланып, ас-яланғас ултырғаныбыҙ юҡ. Балалар яңғыҙлатмай, һәр ваҡыт янда”, - ти бәхетле ҡарттар.

Дәүләткилдиндар осрашыуы лда эш урынында була. Ул саҡта Ләлә апайҙарына эйәреп, Үрнәктән  ауылға бәрәс баға төшкән була. Шунда Ғәлиәхмәт һылыу ҡыҙға күҙ һала. “Туйыбыҙ ҙа, килен сәйе лә булманы. Шулай ҙа бына ошо көнгәсә бергәбеҙ. Ул эштә, мин дә эштә. Ҡайтып малыңды, балаларҙы ҡарап, Етеш заманда булмаһаҡ та күңелле заманда йәшәнек”, - тип хәтергә ала йәшлек йылдарын улар. “Бөгөн иһә балалар аҙна һайын килеп хәлдәрҙе беләләр, аят уҡытайым тиһәк тә, бөтә нәмәләрен тейәп килеп төшәләр, уларҙан уңдыҡ. Телевизор ҡарайбыҙ, район гәзитен уҡыйбыҙ. Элегерәк гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙыҡ, - тиҙәр Дәүләткилдиндар. 

Ысынлап та, йылы һүҙҙәргә лайыҡ улар. Бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып, һыйынышып ҡына ултырған был парҙарҙан күңел йылыһы, яҡты ҡот бөркөлә. Оҙаҡ йылдар бергә шулай матур йәшәү серҙәрен белһәң ине тигән уйымды тойғандай: «Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙер итеү, күндәмлек, сабырлыҡ кәрәк. Алтмыш йылдан ашыу ғүмер алтмыш көндәй ҙә булманы, һә тигәнсе үткән дә киткән», — тине улар.

 “64 йыл бергә ғүмер итеү бәхете кемгә тейә икән? Был бит бер кеше ғүмере. Шул ғүмерҙе матур итеп, һынатмайса йәшәй белеү үҙе бер мәртәбә. Йылдар уҙған, йәшәгән һайын беҙ уларға ҡарап һоҡланабыҙ. Улар хоҙай насип иткән ғүмерҙәрен мәғәнәле һәм матур итеп йәшәй белә. Уларға беҙ – балалары ғына түгел, тирә-йүндәгеләр ҙә һоҡланып ҡарай. Ауыл тормошо еңел булмағандай, ләкин улар бер ҡасан да зарланыуҙы белмәй. Һәр эштән тәм, йәм табып, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Һуғыш йылдарының һуңғы осоронда эште ирҙәр, ҡатындар эше тип айырыу булмаған. Бүрәнәнең ауырын да, еңелен дә бергә күтәргән кеүек, тормош йөгөн дә икәүләп тарталар. Ауыл ерендә халыҡ нимә менән шөғөлләнә алды, улар барыһын да эшләне. Беҙҙе – балаларын да кәм-хур итмәй, матур тәрбиә биреп, кеше итеп оло тормош юлына сығарҙылар беҙҙе ҡәҙерле кешеләребеҙ, - ти Дәүләткилдиндарҙың  улдары һәм ҡыҙҙары.

Ысынлап та, шул ғүмер эсендә ни генә кисермәгән был ике йән.  Алтмыш йыл буйына шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла уртаҡ булған. Татыу ғаиләнең мөхәббәт емештәре булып балалар донъяға килгән. Барыһына ла яҡшы тәрбиә, белем  биреп, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Балалары бөтәһе лә үҙ тормоштарын ҡороп, инде үҙҙәре балалар тәрбиәләп, өләсәй-ҡартатай булғандар. 

Йәшлек дәртен һүрелтмәй, һәр көндө ҡыуанып ҡаршылаған был ике парға һоҡланмау мөмкин түгел. Артабан да уларға яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас