

Эскерһеҙ, изге күңелле, хәстәрлекле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, ябай, алсаҡ, ихлас кешеләр – тормош йәме. Мәмбәт ауылында йәшәүсе Камила Әхмәтсафа ҡыҙы Ямғорова ла тап ошо сифаттарға эйә кеше. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бер минут та тик торорға күнекмәгән, атлап түгел, йүгереп йөрөгән инәй кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт, баҡса тултырып йәшелсә-емеш, картуф, гөл-сәскәләр үҫтереп, ошонан кинәнес, күңел йыуанысы табып йәшәй.
Беҙ барған ваҡытта ла үҙенең мөләйемлеге, ихласлығы менән ул беҙҙе түргә әйҙүкләне. “Юлдан өшөп, асығып килгәнһегеҙҙер”, – тип өҫтәл түрендә ултырған сәйнүген шыжлатты.
“Эштән ҡурҡмай, күңел тыныслығында йәшәһәң, шул ул оло бәхет”,– тип һүҙен башлап, элек-электән һарай тулы эре мал – иҫәпһеҙ-һанһыҙ һарыҡтар, әллә нисә баш һыйыр малдары аҫыраныҡ. Ҡош-ҡортон да күпләп тотабыҙ, баҡсала йыл да емеш-еләк мул уңа, гөл-сәскәләр ҙә шаулап үҫә. Һарыҡтарыбыҙ ҡайһы бер йылдары 70 баштан ашып китә ине. Быйыл уларҙы күпкә кәметтек. Шулай ҙа яҙ булһа тағы ла бәрәсләп, артып китә торған. Әле бына бәрәсләй ҙә башланылар. Һыйыр ҙа һауам әле. Һөт-ҡаймағы комерсанттарға тапшырыуға ла ҡала. Һарыҡтарҙы иһә һатабыҙ. Инде кеше белеп бөткән, “Һарыҡ һатығыҙ әле”, – тип үҙҙәре үк килеп алалар. Бесән быйыл наҡыҫ булды. Һатып алырға тура килде. Ҡош аҫырамаған йыл юҡ. Һуғым да һуябыҙ”, – тип сәй ултыртҡан арала хәбәрен теҙҙе әңгәмәсем.
Ысынлап та, бер минутҡа ла буш ултырырға яратмаған Камила инәй йорт тирәһендәге мәшәҡәттәренән тыш, ауылдағы ағинәйҙәр ойошмаһына йөрөп өлгөрә. Бейеп тә, йырлап та ебәрә тигәндәй, төрлө кисәләрҙә ҡатнаша, ҡул эшенә лә оҫта. Төрлө сағыу төҫтәрҙәге диван, ултырғыс япмалары эшләп түшәгән, яҡындарына бейәләй, йөн ойоҡ, тәпешкәләр бәйләп кейҙерә. Малын да ҡарарға өлгөрә, картуфын да утай. Ҡышҡылыҡҡа ҡыяр-помидорҙарҙан салаттар, ҡайнатмалар ҙа әҙерләп ултыртҡан ул.
“Һарыҡ йөнөн элек бер үҙем ҡырҡа торғайным, хәҙер олоғайғас, яңғыҙ булмай, өмә итергә тура килә. Уны тотоп йығырға ла көс кәрәк бит. Йөнөн иләп, ойоҡбаштар, шәл бәйләгәндән тыш, иш янына ҡуш итеп, һораусыларға һатып та ебәрәбеҙ”, – тип дауам итте алсаҡ йөҙлө Камила Сафа ҡыҙы. Инсульт кисергәндән һуң, аяғы ауыртып аҫҡап йөрөһә лә, йорт тирәһендәге был ни тиклем эште нисек алып бараһығыҙ, тип ҡыҙыҡһынғас: “Хеҙмәт кешеһе өсөн ауылыбыҙҙа бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Ауылда ҡояштан алда тороп, һуң ятһаң да эш бөтмәй. Теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Еңел килгән аҡса ул байлыҡ түгел, тир түгеп, хәләл көс менән тапҡан икмәк тәмлерәк тә, ҡәҙерлерәк тә”, – тине ул үҙ донъяһынан, тормошонан ҡәнәғәт йылмайым.
Йомошҡа тип ингән күршеһе Гөлйемеш Нураева ла Камила инәй хаҡында: “Күршем Камила апай яҙрамсыл, һүҙгә йор, йомарт булыуы менән кешене үҙенә йәлеп итә. Ул һәр саҡ яғымлы, асыҡ йөҙлө, ниндәй генә кәңәш, йомош менән инһәң дә, кир бороп сығармай, үҙенең төплө кәңәшен бирә, ярҙам ҡулы һуҙа. Уның сабырлығына, түҙемлелегенә таң ҡалам. Шул тиклем өлгөр. Әлегәсә алдағы тормошто уйлап, киләсәккә ҡарап, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡайғыртып йәшәй”, – тине ул.
73 йәшенә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, һаман да йүгереп тигәндәй йөрөй ул. Ә уға был йәште бирерлек тә түгел. Яҡшы, изге күңелле кешеләр һәр саҡ йәш булып ҡала, тиҙәр. Был, ысынлап та шулайҙыр. “Мин бит кешеләр менән аралашырға яратам, уларға ярҙам итеүҙән кинәнес алам. Гөл-сәскәләр, матурлыҡ яратам. Бер кемгә лә насарлыҡ теләмәйем”, – ти ул йылмайып.
Әңгәмә ваҡытында Камила инәйҙең һүҙгә оҫта, йор һүҙле икәнен дә белдек. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй ул. Килгән һәр кемде ҡыҙыҡлы, тормошсан көләмәстәрен һөйләп көлдөрә, күңелде күтәрә. Камила Сафа ҡыҙына киләсәктә лә ҡорған бәхетен татып, яҡындарығыҙҙың ихтирамын, хөрмәтен тойоп, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын.