ЙӘМҒИӘТ
9 Март 2022, 15:29

Башҡортостанда водитель балаларҙы уҫал эттәрҙән ҡотҡарған

-

Башҡортостанда водитель балаларҙы уҫал эттәрҙән ҡотҡарғанБашҡортостанда водитель балаларҙы уҫал эттәрҙән ҡотҡарған
Башҡортостанда водитель балаларҙы уҫал эттәрҙән ҡотҡарған

Октябрьский ҡалаһында бер ханым Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһенә берәҙәк эттәргә зарланып мөрәжәғәт иткән.

Урамда бер өйөр хужаһыҙ эттәр йөрөй, кешеләргә ташлана, ти ханым. Ул күрһәткән фотола кескәй бала менән коляскалы әсә янында эттәр йөрөгәне күренә. Уның әйтеүенсә, был ваҡытта ихатала балалар ҙа булған. «Нива»ның килеп сығыуы ғына уларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп иткән. Эттәр өрә-өрә автомобиль артынан сапҡан.

❗ Йәш әсә берәҙәк хайуандарҙы тотоу буйынса сара күреүҙәрен һораған.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас