ЙӘМҒИӘТ
9 Март 2022, 07:08

Ауылдың өлгөр докторы

..

Ауылдың өлгөр докторыАуылдың өлгөр докторы
Ауылдың өлгөр докторы

Ауыл фельдшеры – ул табип урынында. Шулай булмай, ауылда ябай фельдшер әллә күпме кешене бер үҙе хеҙмәтләндерә. Ниндәй генә ауырыуҙар менән эш итмәй ул: кәрәк булһа, уколын да ҡаҙай, системаһын да ҡуя, диагноз ҡуйып, рецебын да яҙа. Һаҡмар-Наҙарғол ауылында Фәнүзә Юнысова бына инде 40 йылға яҡын ауыл халҡы һаулығы һағында тора. Тәжрибәле фельдшер Сибай медицина колледжын тамамлағандан һуң, Аҡъярҙа, һуңынан Әбеш ауылында һөнәре буйынса эш башлай.

 “Хәҙер элекке кеүек түгел, ауыл “ҡартая”, халыҡ кәмене. 30-лап өлкән кешеләрҙең һаулығы өсөн яуап бирәм. Бынан тыш, бер мәктәп уҡыусыһы һәм бер мәктәпкәсә бала иҫәпләнә.  Өс бала Әбеш мәктәбендә һәм төрлө ҡалаларҙа белем алған уҡыусылар, студенттар ҙа минең ҡарамағымда. Элек ауырыуҙы район үҙәгенә алып барыу өсөн ниндәй генә транспортҡа ултырманыҡ. Артабан нисек ҡайтыуыбыҙ тураһында уйламайбыҙ ҙа. Сирлене тейешле урынға еткерһәк булды. Бөгөн транспорт күп, “Тиҙ ярҙам” машиналары йөрөп тора. Эшемде яратып башҡарам”, - ти тәжрибәле фельдшер Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы.

Фәнүзә Юнысованың эш урынында тик йылылыҡ, бөхтәлек һәм яҡтылыҡ ҡына хөкөм һөрә ине. Был сирлеләр өсөн мөһим. Ауыр сирлеләрҙе өй беренсә йөрөп ҡарап сығыу, профилактик тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары – быларҙың барыһы ла профессионаллек, сабырлыҡ һәм мәрхәмәтлелек талап итә.  

Беҙҙең ихтирамды һәм ышанысты яулаған тәжрибәле фельдшер ул, ти ауылдаштары уның хаҡында. Был Фәнүзә Юнысованың хеҙмәтенә иң шәп награда. Ауыл халҡы уның аңлауына һәм профессионаллегенә һәр ваҡыт иҫәп тота алыуҙарына инанған да инде. Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы улар алдында  һөнәренә бирелгәнлеге, эшсәнлеге һәм кешеләргә яҡшы ҡарашы менән яулаған. Беҙ уның эш урынында булған саҡта ла: “Фәнүзә, температуранан дарыу килтереп ҡалдыр инде, тупһаға ғына һалып кит, үҙеңә йоға күрмәһен”, - тип шылтыратыуҙары булды: “Мине эш көтә”, -- тип кәрәкле дарыуҙарын парлай башланы.

Ауылда фельдшер иң мөһим кешеләрҙең береһе ул. Кем дә булһа, медпункт ишеген асып инмәгән көн юҡтыр. Уйламағанда ауырып китеүең ихтимал, табип яҙған уколдарҙы һалдыртаһы бар, ҡан баҫымын да фельдшерҙан үлсәтеү ышаныслыраҡ. Бәпес көтөүсе ҡатындар, йәш сабыйҙары булғандар ҙа даими рәүештә ФАП-ҡа килеп, күҙәтелеп тора. Бөгөнгө ауыл фельдшерының эше бының менән генә сикләнмәй. Улар ҙа ҡағыҙ тултырыуҙан, бихисап отчет-тарҙан азат түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы үҙ эшен белеп, яратып башҡара. Беренсе урынға ауылдаштарының һаулығын ҡуйып эш итергә күнеккән кеше. Шулай булһын да.

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас