

Бөгөн Аҡъяр ауылының Уңыш стадионы гөрләп торҙо. Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов "Бәйләнештә" төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә бәйән итте.
"Ат сабыштары, автошоу, халыҡ уйындары, ҡоймаҡ байрамы, халыҡ уйындары, уҡтан атыу кеүек төрлө ҡыҙыҡлы саралар менән хәйбуллалар ҡышты оҙатты. Был көн бер юлы ике матур байрамға –Ватанды һаҡлаусылар һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.
Байрамға йыйылыусыларҙы буран да, ишелеп ҡар яуыуы ла ҡурҡытманы. Буранлы яҙ айының иген уңыуына ишара тип ҡабул итте Хәйбулла халҡы",--яҙҙы ул үҙ сәхифәһендә.
Фото и информация: Рустам Шарипов