ЙӘМҒИӘТ
2 Марта 2022, 15:26

Оло Әбеш ауылы старостаһы Йыһанур Теүәлбаев юбилейын билдәләй

Ул йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә, ауылда үткән барлыҡ саралар уның ҡатнашлығында үтә

Добавить в предпочтительные источники Google
Оло Әбеш ауылы старостаһы Йыһанур Теүәлбаев юбилейын билдәләйОло Әбеш ауылы старостаһы Йыһанур Теүәлбаев юбилейын билдәләй
Оло Әбеш ауылы старостаһы Йыһанур Теүәлбаев юбилейын билдәләй

Оло Әбеш ауылы старостаһы Йыһанур Зиннур улы Теүәлбаев 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Алыҫ 80 -се йылдарҙа Йылайыр совхоз-техникумын тамамлаған Баймаҡ егетен Хәйбулла районының иң төпкөлөндә урынлашҡан "Һаҡмар" колхозына агроном итеп йүнәлтәләр. Үҙен яҡшы белгес итеп күрһәткән егет Әбеш ауылы ҡыҙына өйләнеп, ошонда төпләнеп ҡала.

Ҡатыны Вилиза Хазморат ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 65 йәш тулыуға ҡарамаҫтан, Йыһанур Зиннур улы кәртә тултырып мал аҫрарға ла, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә, ауылда үткән барлыҡ саралар уның ҡатнашлығында үтә.

 

Автор: