ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2022, 11:41

Роспотребнадзор йәмәғәт урындарында социаль дистанцияны һаҡламаҫҡа рөхсәт бирҙе

/

Роспотребнадзор йәмәғәт урындарында социаль дистанцияны һаҡламаҫҡа рөхсәт бирҙеРоспотребнадзор йәмәғәт урындарында социаль дистанцияны һаҡламаҫҡа рөхсәт бирҙе
Роспотребнадзор йәмәғәт урындарында социаль дистанцияны һаҡламаҫҡа рөхсәт бирҙе

Рәсәйҙәргә йәмәғәт урындарында социаль дистанцияны һаҡламаҫҡа рөхсәт ителде. Роспотребнадзорҙың яңы эпидемиологик тәҡдимдәренән күренеүенсә, хәҙер битлек кейеү һәм көсәйтелгән дезинфекция режимы ғына ғәмәлдә.

«Сир йоҡтороу осраҡтарының кәмеүен һәм клиник билдәләре булмаған сәләмәт кешеләр араһында «омикрон» вариантының таралыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһының баш дәүләт санитар табибы эпидемияға ҡаршы сараларҙы үткәреү буйынса методик тәҡдимдәрҙе раҫланы», — тиелә ведомство белдереүендә.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-03-01/rospotrebnadzor-y-m-t-uryndarynda-sotsial-distantsiyany-a-lama-a-r-hs-t-bir-e-2710835

Автор:
Читайте нас