ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2022, 06:11

Үпкәсел булмағыҙ!

Асыу тотоу, үпкә һаҡлау кеше организмына ифрат насар йоғонто яһай икән. ..

Үпкәсел булмағыҙ!Үпкәсел булмағыҙ!
Үпкәсел булмағыҙ!

Кемгәлер рәнйеү, үткәндәге күңелһеҙлектәрҙе ҡат-ҡат хәтерләү нервылар системаһын көсөргәндереп, уны "ғәскәри әҙерлек" хәленә килтерә, йөрәк тибешен йышайта. АҠШ-тың Мичиган университеты ғалимы, ошондай насар йоғонтонан тыш, дошманлыҡ һәм тынғыһыҙлыҡ тойғоһоноң иммун системаһын емереүен дә асыҡлаған.  "Кешеләр күңелһеҙ ваҡиғаларҙы күрмәмешкә һалышырға тейеш түгел, - ти доктор Уитвлет, - әммә сәләмәтлеккә ныҡ зарарлы асыу, үпкә, дошманлыҡ һаҡлау хистәренән мөмкин тиклем тиҙерәк ҡотолорға тырышырға кәрәк".

Фото: https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Автор:
Читайте нас