

Күҙҙәрҙең режимы бар һәм уны боҙорға ярамай. Улар ваҡытында ял итергә тейеш.
Тиктомалға күҙҙәргә күҙ дарыуҙары тамыҙмағыҙ, уларҙы тик табип рөхсәте менән генә ҡулланырға мөмкин. Тәбиғи күҙ йәше - күҙҙе һаҡлау һәм таҙартыу өсөн иң яҡшы ысул.
Күҙҙәргеҙ насар күрә башлаһа, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Күҙ ауырыуҙарын тәүге осоронда уҡ дауалау хәйерле.
Компьютер, телевизор ҡаршыһында ултырыусыларға, телефонды оҙаҡ ҡулланыусыларға көн дауамында күҙҙәрен ял иттереп тороу мотлаҡ.