ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2022, 10:55

Йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтәләр

Һаҡмар-Наҙарғолдан Вәлимә һәм Шәрифйән Шәриповтар икеһе лә йәш сырайлы, киң күңелле

Йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтәләрЙәштәрҙән ҡалышмай донъя көтәләр
Йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтәләр

Вәлимә һәм Шәрифйән Шәриповтар алсаҡлығы, мөләйемлеге менән иғтибарымды йәлеп итте. Бер-береһенә йылмайып бағып, бергәләп йорт мәшәҡәттәрен атҡарып, мал-тыуар ҡарап, шул арала икәүләшеп саңғыла шыуып килергә лә өлгөргән, балыҡҡа, хатта һунарға, йәйен урманға еләк-емешкә, бәшмәккә йөрөргә яратҡан, һәр емешле урындың “адресын” белгән матур парға нисек һоҡланмайһың-ҡыуанмайһың инде. Уларға ҡарап, йәшәгәс, ҡартлығың да уларҙыҡы һымаҡ булһын инде, тигән фекергә килһең.

Шәриповтар икеһе лә күптән хаҡлы ялда. Шулай ҙа уларға бер ҙә үҙ йәштәрен биреп булмай. Икеһе лә йәш сырайлы, көләкәс йөҙлө, киң күңелле. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, береһенең әйткәнен икенсеһе күтәрмәләп алырға әҙер генә торғанға, икеһе бер уйлы булғанға ҡартлыҡтары бәхетле уларҙың.
Шәрифйән һәм Вәлимә Шәриповтар ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе ул. Ҡул ҡаушырып ултырырға һис тә ваҡыттары юҡ.
Мал-тыуар, йылҡы һәм һарыҡтар аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт көтәләр, йорт күркәләрен үрсетәләр. Тиҫтә йылдан ашыу умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ә баҡсаларында нимә генә юҡ. Бер баҡса итеп ашҡабаҡ үҫтерәләр. Улары көҙ етһә, ғәләмәт уңып, һап-һары, эре булып тәгәрәп яталар. Рәшиҙә күршеләре әйтеүенсә, уларҙың баҡсаһында, картуфлыҡ урынында йәй көнө бер генә сүп үләнен табып булмай. Хатта махсус берәй дарыу һиптерәһегеҙме, нишләп баҡсағыҙҙа ҡый үләне юҡ тип тә һорайҙар икән. Ә уның сере ябай—таң менән тәпкеһен тотоп эшләгән Шәрифйән ағай. Шәриповтарҙың баҡсаһында һәр нәмә башҡаларҙыҡына ҡарағанда иң алда өлгөрә. Ысынлап та, уңған хужаларҙың рассадалары иң тәүҙә шыта башлай икән. Йорт алдында һәр төрлө сәскәләр үҫтерергә яраталар.

Шәрифйән ағай балыҡ тоторға ярата, шуға күрә өҫтәлдәренән бер ваҡытта ла балыҡ өҙөлмәй. Ә Вәлимә апай уңған хужабикә. Уның эшләгән компоттары, салаттары, тоҙлаған ҡыяр-помидорҙары телеңде йоторлоҡ. Йәй көндәре буш ваҡыттарында һә тигәнсе велосипедта йөрөп килергә лә өлгөрәләр, ә ҡыш көндәре саңғыла йөрөйҙәр.” Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух” девизы аҫтында йәшәйҙәр. Тағы ла бер үҙенсәлекле шөғөлдәре менән ғәжәп иттеләр. Улар йәй көндәре икәүләп бер нисә тапҡыр кәмәлә Һаҡмар йылғаһы буйлап ағып төшөргә ярата икән.
Балаларын оло тормош юлына баҫтырып эйәле-башлы иткәндәр. Уларға өй төҙөргә, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә ярҙам итәләр. Вәлимә апай менән Шәрифйән ағай балыҡ тоторға, бесән эшләргә, утын әҙерләргә, ат ҡарарға, емеш- еләк, бәшмәк йыйырға булһынмы һәр ваҡыт бергә йөрөйҙәр. Шуғалыр эштәре лә ырамлы. Иң беренселәрҙән булып урманда емеш- еләк тирәләр, уларҙың ҡайһы ерҙә күпләп үҫеүен дә беләләр. Һис кенә лә буш ултырмайҙар.
Шәрифйән ағай боронғо кәсеп менән мауыға, йәғни һалабаш та һала.
– Элегерәк һалабаш һыҙырыусылар күп ине, – тип ағайыбыҙ. – Хәҙер йүкәне һораусылар йылдан-йыл аҙая, үҙебеҙгә, бала-сағаға кәрәк булһа тип кенә булышам. Йүкә бөрөләнеү менән күңел уйнай башлай, ул сәскә атҡан ваҡытта ҡабығын һыҙырып алабыҙ ҙа Һаҡмар йылғаһына батырабыҙ. Өҫкә ҡалҡмаһын өсөн уның өҫтөнә ауыр нәмә йә таш һалырға кәрәк. Һәр кемдең үҙенең билдәле урыны бар, – ти Шәрифйән Сәлимйән улы. Кемдер йүкәне мунсала йыуғыс итеп файҙаланһа, ҡайһы бер хужабикәләр ҡаҙан, һауыт-һаба йыуыу өсөн ҡуллана. Борон унан арҡан ишкәндәр, атҡа септә үргәндәр. Тәү ҡарашҡа ябай күренгән эштең үҙ нескәлектәре етерлек. Нисек кенә булмаһын, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең төпкөл ауылдарҙа ошоғаса һаҡланыуы иғтибарға лайыҡ.

Байрам, каникул осорҙарында балалары тыуған йортҡа ҡайтып ҡулдарынан килгәнсе атай менән әсәйгә ярҙам итеп китәләр. Ике ейән һәм ике ейәнсәрҙәре ҡартатай, өләсәй-ҡартәсәй тип өҙөлөп торалар. Йәй көндәре бергәләшеп ҡайтһалар, уларҙың ихаталары бәләкәй бер яслегә әүерелә.
Вәлимә апай менән Шәрифйән ағай ауылда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Йәштәрҙән ҡалышмай гөрләтеп донъя көтәләр. Йорт-ихаталары әллә ҡайҙан балҡып, күҙгә ташланып ултыра. Тик уңған хужаларҙың ғына шулай бөтә нимә тәртиптә, үҙ урынында була. Артабан да уларға именлектә, татыулыҡта, балалар ҡыуанысында йәшәргә насип итһен.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас