ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2022, 05:42

Юнысовтар—күптәргә өлгө ғаилә

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы уңғандары Эльвира һәм Вил Юнысовтар үҙ тырышлыҡтары менән   етеш һәм бәрәкәтле тормошта йәшәй.

Юнысовтар—күптәргә өлгө ғаиләЮнысовтар—күптәргә өлгө ғаилә
Юнысовтар—күптәргә өлгө ғаилә

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы уңғандары Эльвира һәм Вил Юнысовтар үҙ тырышлыҡтары менән   етеш һәм бәрәкәтле тормошта йәшәй. Уларҙы  ауылдаштары бик хөрмәт итә, районда ла билдәле кешеләр. Ҡунаҡсыллыҡ уларға хас сифат. Беҙҙең ижади төркөмдө лә  хужалар ҡапҡа тышынан ихлас ҡаршы алды. Төпкөл ауылда заман шарттарына яуап биргән бынамын тигән йорт эстән дә, тыштан да зауыҡлы. Һәр нәмә үҙ урынында.  Уларҙың үҙ ҡулдары менән етештергән ниғмәттәр менән  тәмләп сәй эскән арала, хужалар менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Йәш саҡтан бейем менән йәшәргә хыялландым”, тип һүҙҙе башланы Эльвира  Хәмит ҡыҙы.  Сығышы менән күрше Әбеш ауылы ҡыҙы  Эльвиранан был һүҙҙәрҙе ишеткәс, бер аҙ албырғап ҡалдым. Хәҙер күп йәш килендәр иренең әсәһенән уттан ҡасҡандай ҡасһа, кемдер был турала хыяллана ла икән. Бындай күркәм сифат тәрбиәнән килә шул.

--Йәш саҡтан кейәүгә сыҡһам,   тик ауыл ерендә  һәм бейемем менән бергә йәшәргә яҙһын тип уйлай торғайным. Ниәтем тормошҡа ашты. Һаҡмар-Наҙарғол ауылына, бына тигән уңған  ғаиләгә, Зәкирә һәм  Әхмәт Юнысовтар  буҫағаһына килен булып төштөм. Ысынында  береһенән-береһе аҡыллы, егәрле  биш бала тәрбиәләп үҫтергән абруйлы ғаиләгә тура килдем. Мине ҡыҙҙары кеүек күреп, ҡабул иттеләр. Минең дә атай-әсәйем бик тырыштар, уларҙан күреп, үҙем дә эш рәтен белә инем. Бейемем, Зәкирә Усман ҡыҙынан да,  күп нимәгә өйрәндем.  Иремдең атаһы нигеҙен һаҡлап, шунда йорт һалдыҡ. Ҡайҙалыр ҡалаға йәки район үҙәгенә күсеү теләгебеҙ булманы. Сөнки ауыл ерендә  күпләп мал-тыуар аҫрап, шуның көсөнә бына тигән итеп табыш алып, бәрәкәтле тормошта йәшәргә мөмкин. Бейемем һәм ҡайным колхозда эшләгәс, балалары ла бәләкәйҙән эшләп үҫкән.  Ирем Вил мал йәнле кеше, кәртә тултырып мал-тыуар  үҫтерәбеҙ. Әлеге ваҡытта 11 баш йылҡы, 15 баш эре мөгөҙлө мал, һарыҡ-кәзәләр аҫрайбыҙ. Үҙем 6-7 баш һыйыр һауам.  Йыл да күпләп ҡош-ҡорт алабыҙ. Үҫтергән бройлер тауыҡтары, ҡаҙҙар  үҙебеҙгә лә, туғандарға ла, күстәнәс итеп бирергә лә етә,--ти Эльвира Хәмит ҡыҙы.

Һаҡмар-Наҙарғолдарҙың  бренды—ҡорот тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Ҡорот менән улар районда ғына түгел,  Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын һәм башҡа өлкәләрҙә танылыу яуланы. Эльвира – ҡорот эшләү оҫтаһы. Уларҙың өҫтәленән был сихәтле  продукция өҙөлмәй. “ Үҙем өсөн ҡоротто киптереп тә,  укроплы, сейәле, ҡарағатлы, муйыллыһын да, ыҫланғанын да эшләйем. Ҡыҙыл борос  ҡушылғаны ашҡа бик шәп”,--ти уңған хужабикә.

Юнысовтарҙың баҡсаһы ла гөрләп үҫә. Йәшелсә-емештәрҙән эшләнгән салаттар, ҡайнатмалар ҡыш бауырына етә. Ә сәскәләре! Улар ҙа белә уңған ҡулдарҙы.  Йорт алдында, клуб тирәһендә күҙҙе йәмләп, һоҡландырып йыл да үҫә бирәләр.

Был эштәр өсөн нисек ваҡыты табырға, нисек өлгөрөргә була? Был һорауыма ла яуап табылды:

--Йәй көнө, һөт мул саҡта, һыйыр ағының бер тамсыһын да әрәм итмәйем. Ул минең көндәлек эшемә әүерелгән, һис ҡасан да ялҡмайым. Һәр эште ваҡытында башҡарһаң, бөтәһенә лә өлгөрөргә була. Әгәр ҡаймағыңды бешеп, аҙ ғына һуңлаһаң, ул әсеп бара. Ҡатыҡты ла сөсө генә мәлендә емеш ҡушып эшләһәң, һәләк тәмле була. Эремсек тә сөсө килеш тәмле, һуңлатһаң, әсе тәм барлыҡҡа килә. Ҡыҙыл эремсекте күпләп эшләйем.  Төшкө тиклем бер туҡтауһыҙ ҡаҙан тирәһендә  ҡайнайым,--тине Эльвира.

Вил һәм Эльвираның татыу ғаиләһендә ике бала буй еткергән.  Улдары, 23 йәшлек Фәнис, Аҡъяр тау колледжын тамамлап, сит тарафтарҙа эшләй. Ә Наҙгөл Әбеш мәктәбендә 8-се класта белем ала.”Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигәндәй,  атай-әсәй тәрбиәһендә балалары ла эшкә шәп. Улдары атаһына, ҡыҙҙары әсәһенә ярҙамсы. “Икеһен дә бәләкәйҙән эшкә өйрәтергә тырыштыҡ. Мәҫәлән, мин ҡоротто бер генә ҡаҙан ҡайнатмайым. Ҡыҙым  ярҙам итә. Ул  аш-һыуға ла маһир. Берәй яҡҡа сығып китергә тура килһә лә, балалар булғанда, күңелебеҙ тыныс”,--ти Эльвира Хәмит ҡыҙы.

Дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең7-се һанында уҡығыҙ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас