ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2022, 06:01

Телһеҙ милләт буламы ни?!

Бүләкбикә Ҡаҙаҡбаева, педагог-логопед

Телһеҙ милләт буламы ни?!Телһеҙ милләт буламы ни?!
Телһеҙ милләт буламы ни?!

Кинәйә менән әйткәндә, тел - кешенең йөҙө. Кешенең үҙенсәлеге, идентификация ҡоралы, тимәк, милләтте милләт иткән нигеҙ таштарының иң мөһиме. 90-сы йылдарҙа башҡорт телен өйрәнергәме әллә мәктәп программаһынан бөтөнләй алып ташларғамы тигән һорау килеп тыуғанда, мин, бер нимәгә лә ҡарамай, үҙемдең өс баламдың да башҡорт телен һаҡлап ҡалдым. Нимәгә ул, райондан сығып киткәс тә, кәрәклеген юғалтҡан тел, тип күптәр үҙ теленән баш тартты ул саҡта.
Улым, Истанбул университетында уҡыр алдынан төрөк телен өйрәнгәндә, алай ҙа үҙебеҙсә һөйләшеп өйрәткәнһегеҙ, миңә сит телдә һөйләшеп китеүе еңел булды,тип рәхмәт әйтте. Минең генә түгел, элекке "Чебурашка" балалар баҡсаһының, 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы Ғилминур Ҡашкарованың тырышлығының да һөҙөмтәһе булды был.

Ҡайным менән бейемемдең ҙур ғаиләһендә бер ҡәтғи талап булды--биш уландарының кәләштәре, ниндәй яҡтан төшһә лә, башҡортса һөйләшергә тейеш ине. Белмәгәндәре өйрәнде; үҙемдең нуғайҙан килгән киленем дә беҙҙең телдә һәйбәт һөйләшә.Ә бына ейәндәрҙең башҡортса яҙа-йоҙа һөйләшеүе шул тиклем күңелемде ҡыра. Эргәмдә булғандарында, әлбиттә, талаптар ҡуям, телмәргә күп иғтибар бүләм, үҙҙәре әйтмешләй, "тылсымлы" әкиәттәрҙе -Урал батыр, Аҡъял батыр тураһындағы әкиәттәремде яратып тыңлайҙар, тик был ғына әҙ шул.

Сәбәп нимәлә? Ғаиләләре менән бөтәһе лә ҡалала йәшәй.
Башҡортса теле асылған балалары, балалар баҡсаһына барғас, рус телендә тәтелдәй башлайҙар. Шул миҙгелде иғтибарһыҙ үткәреп ебәрәбеҙ, минеңсә. Балабыҙ ят телде үҙенеке итеп ҡабул итә лә ҡуя. Бына шул ваҡытта беҙҙең төп бурысыбыҙ булып баланы үҙ телебеҙ ҙә көндәлек тормошобоҙҙа киң ҡулланылыуына инандырыу тора-- ғаиләлә бала үҙебеҙсә һөйләшеүҙе ишетергә тейеш!

Мәскәүҙә йәшәгән ҡыҙымдың дуҫының (билдәле гәзит мөхәрриренең  ҡыҙы) ғаиләһендә бер ҡағиҙә һис һүҙһеҙ үтәлә - өйгә ҡайтып инеп, ишекте япҡас, башҡортса ғына һөйләшәбеҙ! Балалары ла, хатта башҡорт булһа ла, башта бөтөнләй телде белмәгән тормош иптәше лә, үҙебеҙҙең телдә аралаша, һөйләшә!Һоҡланам ул йәш ханымға. Әсә булараҡ, был оло бурысты үҙ өҫтөнә алған! Ә бит ул өйҙә ултырмай, ВУЗ-да уҡыта; ваҡыты сикләнгән булһа ла, алдына ҡуйған маҡсаттан тайпылмай.
 Ғаиләһендә балалары булған йәштәргә, шул ғаиләнән үрнәк алып, иртәгә, киләсәктә башлармын тип түгел, бөгөндән беҙҙең халыҡтың киләсәген уйлай башларға кәрәк. Балаларын туған телһеҙ ҡалдырмау бурысын ҡуйһын ине ата-әсәләр!
Уның өсөн бөтә эшеңде ташлап, тел өйрәнергә ултырыу ҙа кәрәкмәй. Телебеҙҙе көндәлек тормошобоҙға индереү мотлаҡ. Иң беренсе башҡортса һөйләшеүҙе ишетһен бала, ғаиләлә ҡулланған төп тел булһын, шул ваҡытта ғына телдең статусы күтәрелә.

Балалар йортонда үҫкәнемдә, гел генә башҡортса һөйләшәбеҙ, рус теле аҡһай ине. Беҙҙең тәрбиәселәребеҙ Шәмсиә Мөхәмәтова һәм Һәҙиә Торопҡолова төркөмөбөҙҙә аҙналағы 2 көндә тик русса ғына һөйләшергә тигән талап ҡуя торғайнылар. Шулайтып 40 тарафтан йыйылған бала-сағаға ике телде лә уңышлы үҙләштерергә ярҙам иттеләр.
Өйҙә лә шул алымды ҡулланырға була.

Кеше үлһә, уның менән бер китапхана юҡҡа сыға, тигән бер аҡыл эйәһенең фекере миңә бик оҡшай.Тел шул китапхананың яртыһын тәшкил итәлер. Балаларыбыҙҙың "Башҡорт теле" тигән күңел кәштәләре буш булмаһын ине.
Улар беҙҙең милләтебеҙҙең киләсәге бит. Телһеҙ милләт буламы ни?!

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас