ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2022, 10:44

Шишәмбе Башҡортостанға Донбастан тәүге ҡасаҡтар килә башлай

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә республикала Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын эвакуациялау буйынса оператив штаб ойоштороуҙары хаҡында һөйләне.

Шишәмбе Башҡортостанға Донбастан тәүге ҡасаҡтар килә башлайШишәмбе Башҡортостанға Донбастан тәүге ҡасаҡтар килә башлай
Шишәмбе Башҡортостанға Донбастан тәүге ҡасаҡтар килә башлай
«Тиҙҙән ике меңгә яҡын ҡасаҡты ҡабул итербеҙ. Беҙ мобиль урынлаштырыу пункттары астыҡ. Уларҙы йылы ҡабул итергә кәрәк, унда оло йәштәгеләр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар бар. Уҡыусылар мәктәп кәрәк-яраҡтары, дәреслектәр менән тәьмин ителергә һәм мәктәптә уҡый башларға тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ҡабул итеү пункттарының әҙерлеген шәхсән тикшерергә ҡушты, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика шифаханаларын ҡасаҡтарҙы урынлаштырыуға әҙерләргә бурыслы.

«Шуныһы ҡыуаныслы (беҙҙә башҡаса булғаны юҡ): Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәре үк Донбастан килгән ҡасаҡтарға ярҙам итергә теләк белдерә башланы», — тине республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ЛНР-ҙан һәм ДНР-ҙан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам күрһәтеү иғлан ителде.

Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡабул ителә.

Эш режимы: дүшәмбе-йома — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем.

Шәмбе-йәкшәмбе — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем.

Йәмәғәтселек ярҙамы штабының Берҙәм кол-үҙәге: 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр ҡабул ителә.

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-02-21/shish-mbe-bash-ortostan-a-donbastan-t-ge-asa-tar-kil-bashlay-2701186
Автор:
Читайте нас