ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2022, 07:03

Ҡорттарынан бигерәк үҙҙәре егәрле!

Һаҡмар-наҙарғолдан Рәшиҙә һәм Рәйес Сәйфуллиндарҙың  яратҡан шөғөлдәренең береһе—умартасылыҡ.

Ҡорттарынан бигерәк үҙҙәре егәрле!Ҡорттарынан бигерәк үҙҙәре егәрле!
Ҡорттарынан бигерәк үҙҙәре егәрле!

Рәшиҙә Сәйфуллинаның исеме күп гәзит уҡыусыларға таныш. Йәмәғәт хәбәрсеһе тиҫтәләгән йылдар “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитен йөкмәткеле мәҡәләләр менән тулыландырҙы. Уның  дарыу үләндәре йыйыуын,  умартасылыҡ менән шөғөлләнеүен, ҡул эштәре оҫтаһы булыуын яҡшы белә инек. Әле тыңғыһыҙ ағинәй  ауыл ветерандар советы рәйесе булараҡ та барлыҡ йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙы менән хуш еҫле балға ҡушып, шифалы үләндәр генә төнәтелгән тәмле сәйен эскән арала,  дарыу үләндәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Үләндәр менән дауалауға Рәшиҙә Сәйфуллинаны бала саҡтан уҡ өләсәһе Хәнифә өйрәткән. Ҡәҙерле кешеһе менән урманға йөрөй, өйрәнә, хәҙер һәр береһенең исемен биш бармағы кеүек белә, уларҙың дауаһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Киптерелгән үләндәрҙе һорап килеүселәрҙең барыһына ла тарата, шифаһы тейеүен теләй. Кемдеңдер ҡан баҫымы юғары, икенселәренең аяғы һыҙлай, өсөнсөләренең балаһы сирләп киткән. Һәр береһенә үҙе йыйған үләндәрҙән төнәтмәләр йәки май эшләп, сирлеләрҙе дауалай.

—Һәр үләнде йыйыу тәртибе бар: ҡайһыларын – иртәнсәк, икенселәрен төштән һуң өҙөргә кәрәк. Иң мөһиме: уларҙы дөрөҫ киптереү. Күптәр бөтәһен дә бергә ҡушып киптерә, улай итергә ярамай, сөнки һәр үләндең үҙ тәғәйенләнеше бар, ҡайһы бер үләнде икенсе үҫемлек менән ҡатнаштырырға ярамай, дарыу урынына ағыу барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Беҙ бит тәбиғәт балалары, тирә-яҡта шул тиклем шифалы үләндәр булғанда, уларҙы ҡулланып, һаулығыбыҙҙы һаҡларға кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙең Хәйбулла ерендә тик Ҡытайҙа ғына үҫкән йәшәү тамыры ла бар. Тағы ла һаҙлыҡлы ерҙә үҫкән һары төҫтәге роза сәскәләре осрай ,--ти Рәшиҙә Сәйфуллина.

Рәшиҙә апай тормош иптәше Рәйес Әмирхан улы менән өс тиҫтәгә яҡын ғүмер итәләр. Уларҙың яратҡан шөғөлдәренең береһе—умартасылыҡ.

– 1975 йылдан ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәм.Ҡасандыр әсәйем умарталар тотто, унан миңә күсте. Тәүҙә әсәйемә ярҙамлашып йөрөй торғайным, аҙаҡ ул бер умарта биреп, шунан күс айырып, үрсеп китте ҡорттарым. Тик башҡорт тоҡомло бал ҡорттары ғына аҫрайым, улар уҫалыраҡ инде, әммә бик егәрлеләр,-ти тәжрибәле инәй.

 Умарталар өй янында, дөрөҫөрәге, баҡсала ултыра. Ауылға йүкә урманы яҡын, йәй көндәре нәҙекәйбилдәр әллә күпме саҡрымдар үтеп, йүкә сәскәһенән бал йыя. “Иң  мөһиме-- яратҡан шөғөлөмдө йыл һайын дауам итәм, ҡорттарымды имен-һау ҡыш сығарып, йыл һайын бер аҙ арттырып та алам”,-- ти Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙы. Уға был  эштә  ире Рәйес Әмирхан улы, баллы мәшәҡәттәр осоронда балалары ярҙамлаша. Сөнки, үҙе татлы һәм тәмле булһа ла, бал ҡорттарын тәрбиәләүе еңелдән түгел. “Шуларҙың йәй көндәре бызлап осҡанын ҡарап ҡына торорға яратам. Күңелгә тыныслыҡ бирә улар.  Имен генә ҡыш сыҡһындар ине. Әле уяна башланылар”,--ти балсы апай.

Хаҡлы ялда булыуҙың да үҙ рәхәттәре, үҙ мәшәҡәттәре етерлек. Рәшиҙә апай ҡышҡы кистәрҙә ҡул эшенә тотонорға ла, кистәрен скандинавса йөрөргә лә ваҡыт таба. Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнай. Ауыл ололарының хәлен хәлләп, байрамдар менән ҡотлап,  ҡулдан килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙалар, шәфҡәтлелек акциялары ойошторалар. Ағинәйҙәр менән берлектә саралар, дини байрамдар ойошторалар.  Мәҡәләм геройы бәйләмгә маһир. Күпереп торған шәлдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй. Беҙ барғанда ла Ижевскиҙа уҡыған ейәнсәренә балаҫ эшләй ине.

Бына шулай йәшәй  ауыл уңғандары –Рәйес ағай һәм Рәшиҙә апай. Күпләп мал-тыуар, йылҡы, һарыҡтар аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт алалар. Балаларына ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәләр, улары ла атай-әсәй йортонда йыш ҡунаҡ. Йәй көндәре бер ихата тултырып, йыйылһалар, шифалы бал менән самауыр сәйе эсеп, түңәрәк өҫтәл артында шатлыҡ-ҡыуанысты гөр киләләр.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас