ЙӘМҒИӘТ
21 Февраля 2022, 07:27

Март айында Башҡортостан халҡын алты көнлөк эш аҙнаһы көтә

Рәсәйҙәрҙе, шул иҫәптән Башҡортостан халҡын март башында алты көнлөк эш аҙнаһы, һуңынан өс ял көнө көтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Март айында Башҡортостан халҡын алты көнлөк эш аҙнаһы көтәМарт айында Башҡортостан халҡын алты көнлөк эш аҙнаһы көтә
Март айында Башҡортостан халҡын алты көнлөк эш аҙнаһы көтә

Производство календарына ярашлы, 23 февраль — байрам көнө, ә 22 февралдәге эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип өҫтәне хеҙмәт хоҡуғы буйынса эксперт Татьяна Нечаева РИА Новости агентлығы менән әңгәмәлә.

«Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн ялдар башҡа көндәргә күсерелеүе ихтимал, шуға күрә март айында беҙҙе 28 февралдән 5 мартҡа тиклем алты көнлөк эш аҙнаһы көтә (шәмбе байрам алды көнө тип иҫәпләнә һәм бер сәғәткә ҡыҫҡара)», — тип билдәләне ул.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы архивы.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-02-21/mart-ayynda-bash-ortostan-hal-yn-alty-k-nl-k-esh-a-na-y-k-t-2700832

Автор: