

Бала тыуғанда бер телде лә белмәй яҡты донъяға килә һәм уның менән һөйләшмәһәң, ул бер телде лә белмәйәсәк. Шуға күрә, башҡорт теленә һөйөү ғаиләнән башлана тигән фекер менән килешәм. Ҡайһы берәүҙәр балаларҙың теле русса асыла тип зарлана. Урамда, мәктәптә рус мөхите ҡушыла инде ул, башҡорт мәктәбенә бирһәң дә, күбеһенсә русса һөйләшәләр барыбер. Шулай булһа ла, ғаиләлә ныҡлы нигеҙ һалынһа, бала барыбер телде яратасаҡ. Баланың туған телендә һөйләшеүендә ҡартатай һәм ҡартәсәйҙәрҙең өлөшө лә тос булырға тейеш. Әгәр улар ҙа бала ыңғайына русса һөйләшеп маташһа, әлбиттә, башҡорт телен һаҡлау тураһында ниндәй һүҙ йөрөтөргә була. Минең дүрт ейәнем һәм бер ейәнсәрем үҫә. Улар беҙҙең өйҙә йыш ҡунаҡ. Аралашыуыбыҙ тик туған телендә. Бәләкәйҙән ҡартатай һәм ҡартәсәй тип әйтергә өйрәттем. Минең өсөн ошо һүҙҙән дә матур һүҙ юҡтыр кеүек. Кейәүемдең атаһы рус, әсәһе башҡорт. Бына шул рус фамилияһын йөрөткән ейәнем ҡыуандыра. Башҡорт теленән матур итеп шиғырҙар һөйләй, иншаны ла тик бишлегә яҙа. Кейәүем дә үҙе теләп, башҡорт телен өйрәнде.
Ейәндәребеҙгә башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡыйбыҙ, үҙем дә уйлап сығара торғайным. Ҡартатайҙары Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын ятлата. Малайҙар бөтәһе лә бейеүгә маһир, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡаралар, ҡурайҙа ла уйнайҙар. Шулай ҙа заман шауҡымы беҙҙе лә урап үтмәй. Бәләкәс Йәсмин балалар баҡсаһына йөрөп, рус телендә һөйләшеп маташа. Был ваҡытлыса күренештер тип уйлайым, сөнки был йүнәлештә әленән тәрбиә эше алып барабыҙ.