ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2022, 06:38

Ҡартәсәйле, өләсәйле һәм ҡартатайлы булып үҫкән балалар бәхетле

Минзифа Ишемғолова, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы #ХалыҡАраТуғанТелдәрКөнө

Ҡартәсәйле, өләсәйле һәм ҡартатайлы булып үҫкән балалар  бәхетлеҠартәсәйле, өләсәйле һәм ҡартатайлы булып үҫкән балалар  бәхетле
Ҡартәсәйле, өләсәйле һәм ҡартатайлы булып үҫкән балалар бәхетле

--Минең уйымса, ҡартәсәйле, өләсәйле һәм ҡартатайлы булып үҫкән балалар  бөтөнләй икенсе мөхиттә һәм телде лә нығыраҡ белеп үҫәләр. Үкенескә күрә,   балаларым  бер үк ауылда булһалар ҙа минән айырым йәшәйҙәр. Йыш осрашып та булмай, сөнки улар мәктәптә икенсе сменала уҡый. Мин көндөҙ эштә, ә кискеһен улар уҡыуҙа була.

Шундай бер хәл хәтеремдә һаҡлана. Ейәнсәрем ул саҡта бәләкәй ине, 5 йәш самаһы булғандыр. Урманға бәшмәккә барғайныҡ. Арып машинаға ултырғас, уны әүәрәтер өсөн  тырышып-тырмашын башҡортса әкиәт һөйләнем. Аҙаҡтан мәғәнәһен аңланыңмы, тип һорағас, “Извини, өләсәй, ничего я не поняла”,--тип яуапланы. Шул тиклем күңелгә ҡыйын булып киткәйне. Әлбиттә, ейән-ейәндәр менән ауыҙ тултырып, башҡортсалап һөйләшке килә. Тик теләк бер, ә анығында тормош бөтөнләй икенсе. Ейәнсәрҙәрем тик русса һөйләшә. Бәләкәй саҡта саф башҡортса һөйләшкән, туған тел мөхитендә тәрбиәләнгән  балалар ҡапыл ғына русса аралашыуға күсте лә ҡуйҙы. Улар сит ил телен тиҙерәк үҙләштерә. Нисек булһа ла ҡыҫҡа ваҡытта, ял көндәрендә генә осрашҡан арала туған телде, башҡорт рухын бирергә тырышам.

Ейәнсәрем менән “Һүҙ ҡәҙере” тигән район бәйгеһендә ҡатнашып, шиғырҙар һөйләнек. Шунда туғаным да үҙенең башҡортса таҙа һөйләшкән ҡыҙы менән ҡатнашты. Ул бала шиғырҙы йөрәгенән үткәреп, аңлап, тасуири итеп һөйләне. Ә ейәнсәрем шиғыр юлдарын ятлағас,  телдең төбөнә төшөп аңлай алманы. Бының сәбәбе—кинәнеп, рәхәтләнеп туған телендә һөйләшә алмауында.

Был мәсьәләнең сәбәптәре күп, әлбиттә. Ейәнсәрҙәремә башҡорт теле дәрестәренән ярҙам итәм. Беҙ мәктәптә уҡығанда башҡорт телен, ҡағиҙәләрен өйрәнеүе ауыр булманы.  Ә хәҙерге уҡыу программаһы  туған телен бөртөкләп кенә белгән  бала өсөн үтә ҡатмарлы тип уйлайым.  Ҡайһы бер ата-әсәләр  башҡорт телен өйрәтеү кәрәкмәй, юғиһә теелдәрҙе бутап һөйләшә тип иҫәпләй. Ошо ҡарашты үҙгәртә алмаһаҡ,  юғалтыуға дусар булған моңло телебеҙҙе кире тергеҙә алаясаҡбыҙ. Шуныһы ҡыуандыра, эшем буйынса балалар баҡсаларына, мәктәптәргә саҡыралар.  Шунда башҡортса уҡытабыҙ тигән ата-әсәләр ҙә бар. Ундайҙар күберәк булһан ине. Бала рус теленә былай ҙа өйрәнә ул, беҙҙең быуын кеүек русса һөйләшә белмәү ҡурҡынысы янамай уларға.

Үҙемә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ейәнсәрҙәремде  башҡортса һөйләштерә алыуыма ышанысым юҡ. Әммә  башҡорт милләтенән булыуын белерлек, күңелдәренә рух орлоғо һалырлыҡ,  мин башҡорт егете йәки ҡыҙы тип әйтерлек тәрбиә бирә алырмын тип уйлайым. Оло ейәнем саф таҙа башҡортса һөйләшә—бының менән ғорурланам. Ә бәләкәстәре менән әкиәттәр өйрәтеп,  шиғырҙар ятлатып шөғөлләнә алам әле.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас