

“Һылыуҡай - 2022” район гүзәллек бәйгеһе финалында ҡатнашасаҡ ҡатнашыусыларҙың исемдәре билдәле булды.
Конкурста ҡатнашыуға Аҡъяр, Бүребай, Әбүбәкер, Татыр-Үҙәк, Маҡан, Сәғит, Бәләкәй Арыҫланғол, Өфө ауылдарынан 10 ғариза бирелгән.
Һайлап алыу туры ғәҙәттәге этаптан - «визитка»нан башланды, бында һәр ҡатнашыусы үҙе, мауығыуҙары, ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында һөйләп, үҙен мөмкин тиклем күрһәтергә тейеш.
Ижади конкурс иң сағыуы булды, бында ҡыҙҙар үҙҙәренең актерлыҡ оҫталыҡтарын күрһәтте. Дефилела - жюри дәғүәселәрҙең нәфислеген һәм һомғоллоғон, сәхнәлә оҫта уйнауҙарын, үҙҙәрен һәм кейемдәрен иң отошло яҡтан күрһәтә белеүҙәрен баһаланы.
Конкурсҡа йомғаҡ яһап, жюри ағзалары бөтә ҡатнашыусыларҙың да конкурсҡа етди әҙерләнеүен һәм 1 мартта үтәсәк финалда көрәште дауам итәсәк ҡыҙҙарҙың исемдәрен иғлан итте: Наҙгөл Ултраҡова, Диана Кәримова, Алтынай Тимербаева, Диана Байғужина, Фәниә Дәүләтбаева, Элина Ҡансурина, Розалия Ибраһимова, Дилфүзә Мәмбәтова.
фото:Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто