

Башкортостан буйынса Эске эштәр министры Роман Деев ултырышта сығыш яһап, Республикала уҙған йыл теркәлгән енәйәттәр һаны, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 6,2 процентҡа кәмеүен билдәләне. Тәү сиратта, талау, урлашыу осраҡтары, бәлиғ булмағандар араһында һәм иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны кәмегән.
Тәртип һаҡлау органдарына енәйәттәрҙе асыҡлауҙа айырыуса видеокүҙәтеү системалары ярҙам итә. Улар ярҙамында былтыр 2,5 мең енәйәтсе асыҡланған. Роман Деев белдереүенсә, тап видеокүҙәтеү системаһының киң таралауы һөҙөмтәһендә урамдарҙа үҫмерҙәр ҡылған енәйәттәр һаны 15 процентҡа кәмегән. «Камералар ҡуйыу һөҙөмтәһендә енәйәттәрҙе асыҡлау осраҡтарының артыуы бик мөһим, киләсәктә лә был йүнәлеште үҫтереү кәрәклеген һәм эске эштәр органдары менән бергә юл-транспорт һәләкәттәре осраҡтарын кәметеү буйынса эҙмә-эҙлекле эшләргә кәрәк», – тип билдәләне үҙ сығышында Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.