

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы яҡынлашып килгән ял һәм байрам көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙө. 23 февраль һәм 8 март ял көндәре булып тора. Әммә быйыл улар эш көндәренә, шаршамбыға һәм шишәмбегә тура килә.
«Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, биш көнлөк эш аҙнаһында 23 февраль һәм 6,7,8 март ял көндәре булып тора. 22 февралдә шул уҡ ваҡытта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шәмбе, 5 март та, ҡыҫҡа эш көнө була», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Был көндәрҙә түләүле отпускыла булғандар өсөн 23 февраль дә, 8 март та календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй.
Фото: Ксения Калинина.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-02-15/fevrald-m-martta-respublika-hal-yn-y-a-esh-k-nd-re-m-t-m-yaldar-k-t-2693468