ЙӘМҒИӘТ
16 Февраль 2022, 05:17

Был "Ларгус"тарҙа кемдәр йөрөй?

-

Был "Ларгус"тарҙа кемдәр йөрөй?Был "Ларгус"тарҙа кемдәр йөрөй?
Был "Ларгус"тарҙа кемдәр йөрөй?

Башҡортостандың дәүләт инспекцияһы, закон рөхсәт иткән вәкәләттәренә ярашлы, Рәсәй Федерацияһының 2018 – 2024 йылдарға хәүефһеҙ юл хәрәкәте стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар күрә. Был документта юл хәрәкәтендә ҡатнашҡандарҙы юл-транспорт ваҡиғаларынан һәм уларҙың эҙемтәләренән һаҡлау кимәлен күтәреү буйынса саралар стратегик йәһәттән планлаштырыла.

Уның бер йүнәлеше – легаль булмаған ташыусыларға ҡаршы көрәш. Улар аҡса артынан ҡыуып, пассажирҙар ташыуға ҡуйылған талаптарҙы ла, ябай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә үтәмәй. Бындай яуапһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә ғүмерҙәр өҙөлә, һаулыҡҡа зыян килтерелә.  

Былтыр республиканың ЮХХДИ идаралығы Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, шулай уҡ Көнбайыш – Урал төбәк-ара дәүләт автомобиль юлы идаралығы менән берлектә пассажирҙарҙы рөхсәтһеҙ ташыусыларҙың эшмәкәрлеген асыҡлауға һәм туҡтатыуға йүнәлтелгән 1300 сара үткәрелде, 245 водитель яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Уҙған йылда “Ларгус”тар водителдәре ҡатнашлығында 95 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 18 кеше һәләк булған, 131-е төрлө йәрәхәттәр алған. Шул иҫәптән 2 июлдә Кушнаренко районында М7 “Волга” федераль автомобиль юлында ҡот осҡос авария булды – унда алты кешенең ғүмере өҙөлдө.

Быйыл иһә ошондай маркалы автомобилдәр ҡатнашлығында 16 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш кеше һәләк булған, 25 кеше йәрәхәтләнгән. Дүртөйлө районында “Лада Гранта” һәм “Лада Ларгус” бәрелешеүе һөҙөмтәһендә өс кешенең ғүмере ҡыйылды. “Лада Гранта”ның водителе һәм пассажиры, шулай уҡ “Ларгус”тың пассажиры шунда уҡ йән биргән. “Ларгус”тың водителе дауаханаға оҙатылған. Әле был хәл буйынса тикшереү эштәре алып барыла.

2021 йылдың ноябренән алып бөгөнгәсә пассажирҙар һәм йөк ташығанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы легаль булмаған ташыусыларҙың 18 автомобиле махсус туҡталҡаларға ҡуйылған.     

Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан ундайҙарҙы асыҡлау һәм эшмәкәрлектәрен сикләү буйынса эш дауам итә. Социаль селтәрҙәрҙә, интернет сайттарында үҙҙәренең хеҙмәттәрен рекламалаусы легаль булмаған ташыусыларҙы күҙәтеү, уларҙың хәрәкәт иткән маршруттарын өйрәнеү буйынса эш алып барыла, яуаплы ведомстволар менән берлектә уҙғарылған иҫкәртеү сараларының һөҙөмтәлелегенә анализ эшләнә.  

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.

Автор:Рәмилә Мусина.

Автор:
Читайте нас