ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2022, 16:59

Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын...

Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йортонда Афған һуғышында һәләк булған Зиннәт Бәрәкәтовты (1962-1982) һәм һуғышта ҡатнашыусы Кинйәғәле Рәхмәтовты (1967-1999) иҫкә алдылар.

Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын...Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын...
Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын...

Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йортонда Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөнә арналған сара уҙҙы. Тап ошо көндә, 33 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстандан сығып китә. Шулай итеп 10 йыллыҡ һуғыш тамамланған, унда Советтар Союзы 15 меңдән ашыу гражданын юғалтҡан.

Сараны ойоштороусылар Афғанстандағы һуғыш, совет ғәскәрҙәрен индереү һәм сығарыу, ун йыллыҡ һуғыштағы юғалтыуҙар, яҡташтарыбыҙ Зиннәт Бәрәкәтов һәм Кинйәғәле Рәхмәтов (1967-1999) тураһында һөйләне. Улар үҙҙәренең интернациональ бурысын намыҫ менән үтәгән. Шулай уҡ сарала Фәнүзә Бәрәкәтова башҡарыуында Ҡәҙим Аралбайҙың  Зиннәт Барҡатовҡа арналған "Афған ләләләре" шиғыры яңғыраны. 

Шулай уҡ сара барышында балаларға Афғанстандағы һуғыш тураһында «Беҙ интернационалистар» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелде. Саранан һуң йәштәрҙең йөҙөнән яугир-интернационалистарҙың, уларҙың тиҫтерҙәренең батырлығының уларҙы битараф ҡалдырмауы һәм күңелдәренә үтеп инеүе күренеп торҙо. Беҙ был хаҡта һөйләшкәнсе һәм онотмағанда, хәтеребеҙ иҫән буласаҡ...

 

 

Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йорто.

Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын...
Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас