

Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда «Афған ере – йөрәк яраһы» тип исемләнгән осрашыу ойошторолдо. Сарала алыҫ Афған ерендә ғүмерҙәре өҙөлөп, мәңге йәш булып ҡалған һалдаттар, ул дәһшәтле көндәрҙең шаһиты булып йәшәүсе иҫәндәр хаҡында, һуғышыта һәләк булыусылар тураһында әңгәмә алып барылды.
Афған һуғышы тураһында видеояҙма күрһәтелде. Бөгөнгө кисәлә һүҙ һағыш, моң, юғалтыу әсеһе һәм батырлыҡ тураһында булды. Афған һуғышы Йәнтеш ауылын да ситләтеп үтмәй: 3 ир-уҙаман – Афған һуғышында ҡатнашыусылар. Шуларҙың береһе Рәшит Ҡаҙнабаев сараға килеп үҙе тураһында һөйләп үтте.
Афған ере! Ун йыл буйы был һүҙ беҙҙең йәндәргә тынғылыҡ бирмәне. Күпме ҡан-йәш түгелде, сәскәләй ғүмерҙәр өҙөлдө. Һынатманылар беҙҙең егеттәр. Уларҙың береһе лә ниндәй генә ҡыйын хәлгә ҡалһа ла кешелек сифаттарын юғалтманы, намыҫына хыянат итмәне. Утты-һыуҙы кисеп тыуған илгә ҡайтҡас та һынатмай әле улар!
Илдәр тыныс булһын. Тыуған яҡтарҙан ситкә китергә тура килһә лә, иҫән-һау үҙ яғыбыҙға әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен! Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын. Һау булығыҙ!