ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2022, 12:54

Сибайҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуына арналған саралар үтте.

Ундв шағирҙың класташы, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Флүрә Аралбаева ла ҡатнашты. 

Сибайҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуына арналған саралар үтте.Сибайҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуына арналған саралар үтте.
Сибайҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуына арналған саралар үтте.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуына арналған саралар үтте.Тантана шағирҙың Сибай институты алдындағы бюсына сәскә һалыуҙан башланды.Унда уҡыу йорто етәкселеге, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр, студенттар,Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм киң йәмәғәтселек ҡатнашты.

Сәскә һалыуҙа шағирҙың класташы, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Флүрә Аралбаева ла булды. Сараны асып филология фәндәр кандидаты Гөлкәй Сәмирханова  ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм шағирҙың ижад һәм тормош юлына байҡау яһаны.Сибай институты директоры, педагогика фәндәре кандидаты Илдар Сәлихйән улы Хәмитов уҡыу йортонда башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү уйынса эҙмә-эҙлекле эш алып  барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Әйткәндәй, 2008 йылда Сибай институты алдында  республикала тәүгеләрҙән булып Рәми Ғариповҡа бюст ҡуйыла.(Скульпторы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Ғарипов). Илдар Сәлихйән улы артабан шағирҙың ижади мираҫының йәш быуынды патриотик рухта  тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләп үтте. Аҙаҡ ҡурай моңо аҫтында бюсҡа сәскәләр һалынды һәм күмәкләп Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры яттан һөйләнде.

Сараларҙы дауам итеп, Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса асыҡ дәрес үткәрелде.Уҡыу йортоноң 1-5 курс студенттарының дөйөм асыҡ дәресендә БР халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова ҡатнашты.Дәрестә шағирҙың шиғырҙары яңғыраны,шағирҙың үҙе уҡыуында әҫәрҙәр тыңланылды,уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарылды.Зифа Ғаяз ҡыҙы шағир менән булған осрашыуҙағы иҫтәлектәре менән бүлеште, Н.Ғәйетбаевтың “Төн” әҫәрендә Рәми Ғарипов образын тыуҙырыу тураһында һөйләне, әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыуҙың тарихын һөйләне.Бынан тыш уҡыу йортонда китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо,  уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында “Рәми Ғариповты уҡыйбыҙ” тигән флешмоб үтте.

 

Автор:Гульдар Кадаева

 

 
Автор:
Читайте нас