ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2022, 04:27

Сәғит ауылының аҡ халатлы фәрештәһе -- Фәнүзә Зыя ҡыҙы Ҡәйепова

34 йыл ғүмерен ауыл халҡының һаулығын яҡшыртырға бағышлай ул

Сәғит ауылының  аҡ халатлы фәрештәһе -- Фәнүзә Зыя ҡыҙы ҠәйеповаСәғит ауылының  аҡ халатлы фәрештәһе -- Фәнүзә Зыя ҡыҙы Ҡәйепова
Сәғит ауылының аҡ халатлы фәрештәһе -- Фәнүзә Зыя ҡыҙы Ҡәйепова

Ауылыбыҙҙа Рәсәй буйынса февралдә үтәсәк фельдшер көнө һәм 2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу һәм хеҙмәт династиялары йылы айҡанлы "Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте" исемле сара ойошторолдо.


Сараның төп ҡунағы, ғүмерен кеше һаулығын һаҡлауға бағышлаған, сәләмәтлек һағында тороусы, Ауылыбыҙҙың аҡ халатлы фәрештәһе - Ҡәйепова Фәнүзә Зыя ҡыҙы.
1968 йылда тыуған ауылы Степной мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас ҡыҙ Сибай медицина училищеһының шәфҡәт туташы бүлегенә уҡырға керә. 1971 йылда уны уңышлы тамамлап Аҡъяр дауаханаһының инфекция бүлегенә эшкә бара. Был бүлектә эшләү Фәнүзә апайға һөнәренең айышына төшөнөргә, тәжрибә тупларға, һынау мәктәбен үтеү булып тора. " Әгәр мин хеҙмәт юлымды тап ошо бүлектә башлап эшләмәгән булһам, фельдшер булып эшләй ҙә алмаҫ инем бәлки", тип оло хөрмәт менән иҫкә ала унда эшләгән 4 йылын.


Үҙенең ғүмерлек йәрендә эш урынында осрата Фәнузә апай. 1971 йылдың йәмле май айында Сәғит ауылының сибәр егете Ғалиулла ағай менән яҙмыштарын бәйләйҙәр.
34 йыл ғүмерен ауыл халҡының һаулығын яҡшыртырға бағышлай ул. Әйтеүе генә анһат, ниндәй генә хәлдәр булмағанда, ниҙәр генә кисергән тура килмәгән уға. Донъяға яңы ауаз һалған баланы тәүгеләрҙән булып ҡулына алған шатлыҡлы минуттары ла, ауырыуға ярҙам итеп ҡыуанған ваҡыттары ла, медицина ярҙамы көсһөҙ булған осраҡтарҙа ярҙам итә алмағанына әсенеп, ҡайғырған саҡтағы ла...


"Иҫләй китһәң күп инде, элегерәк ауылда машина һирәк кешелә булды, йылына 12-15 бала тыуа торған ине. Тулғаҡ тота башлаған ҡатындарҙы алып барып еткереү мөмкин булмаған осраҡтарҙа үҙемә бәпәй ҡабул итергә лә, бала тыуҙырырға ваҡыты еткән ҡатындарҙы район үҙәгенә уңайлы шарттарҙа бала табырға ебәрә алмай илап ултырған саҡтарым да, тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамай ылау эҙләп йөрөгән ваҡыттарым күп булды. Юлға сыҡҡанда күбеһенсә трактор арбаһында йөрөлдө, сумка тултырып дарыу алып ҡайтыумы, Ғалиулла ағайығыҙ һәр ваҡыт эргәмдә булды" тип иҫләп үтә. Эйе тормош иптәшенең ярҙамы булмаһа бигерәк ауырға тура килер ине бер үҙенә. Береһе фельдшер булһа, икенсеһе электрик икеһе лә ауыл халҡы өсөн кәрәкле кешеләр булып тырышып донъя көтәләр, өс балаларына ғүмер бирәләр.


Сарала ҡатнашҡан һәр кем йылы һүҙҙәрен еткереп, рәхмәттәрен әйтте, иҫтәлектәре менән бүлештеләр. Ағинәйҙәр хатта үҙенә бағышлап сығарған тармаҡтарын йырлап ишеттерҙеләр.


Болот артында ҡояш оҙаҡ йәшенеп тора алмағандай, хаҡлы ялға сығып тыныс ҡына ята алмай Фәнүзә апай, ярҙам һорап килгән һәр кемде кире бороп сығармай хәленән килгәнсе ярҙам итергә лә, аяттар бағышлап доғалыҡтар уҡырға ла, ҡулына бәйләм алырға ла, ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһының әүҙем ағзаһы булырға ла өлгөрә балаларының һөйөклө әсәһе, ҡәҙерле өләсәйҙәре, ауылдаштарының хөрмәтенә лайыҡ кешеһе.

 

https://vk.com/club142958810

 

Автор:
Читайте нас