ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2022, 10:54

Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?

2021 йыл йомғаҡтары буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшы» муниципаль конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?
Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?

2021 йыл йомғаҡтары буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшы» муниципаль конкурсы һөҙөмтәләре билдәләнде. Конкурс комиссияһына 16 номинация буйынса йәмғеһе 48 заявка тапшырылған. Дәғүәселәрҙең бөтә материалдарын ҡарап, конкурс комиссияһы түбәндәгеләрҙе хәл итте:

Ҙур хеҙмәт уңыштары һәм юғары һөнәри һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн «Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре» номинацияһында еңеүселәр:

- Хәйбуллина Йәмилә Фәтих ҡыҙы – Аҡъяр ауылы «Йәйғор» балалар баҡсаһы балалар үҫеше үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы

- Хөсәйенов Ришат Рәшит улы – Сиҙәм ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, өҫтәмә белем биреү педагогы;

 «Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» номинацияһында:

-Сидоренко Наталья Викторовна – Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы ярҙамсыһы;

-Языҡбаева Гөлшат Ғәйнизар ҡыҙы – Маҡан ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире;

«Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Вәлиева Наталья Юрьевна – Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр сәнғәт мәктәбенең гитара класы буйынса уҡытыусыһы;

«Иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Түлебаев Владимир Павлович – «Яковлевка» йәмғиәтенең механизаторы;

- Ҡырымғужин Зөфәр Фәйзулла улы – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы;

 

«Тау сығарыу сәнәғәтенең иң яҡшы хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Лямин Алексей Владимирович – «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең тау-технологик ҡорамалдар цехы водителе;

-Ҡәйепов Дамир Әмир улы – «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте машинисы;

«Иң яҡшы юл хужалығы хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Илбәков Хәсән Ғилман улы – «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте филиалы Хәйбулла юл ремонт-төҙөлөш идаралығы ның асфальт-бетон түшәүсе машинисы;

«Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Атанова Рәшиҙә Әхмәр ҡыҙы – И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының ашхана склады мөдире;

«Иң яҡшы электрик» номинацияһында:

- Бикбов Рифат Йомабай улы – «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлеге Хәйбулла РЭС-ының оператив-күсмә бригадаһы электромонтеры;

«Хоҡуҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенең иң яҡшы хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Нурдәүләтов Рәсүл Кинйәбай улы – Рәсәй Эске эштәр министрлығы Хәйбулла районы буйынса бүлеге полиция начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары;

«Иң яҡшы урман хужалығы хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Буранбаев Айрат Әхтәм улы – Хәйбулла районы буйынса «Урман хужалыҡтары менән идара итеү» дәүләт ҡаҙна учреждениеһының участка лесничийы;

«Иң яҡшы почта элемтәһе хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Буранбаева Фирҙәүес Зәйнетдин ҡыҙы –  Ғәлиәхмәт почта элемтәһе бүлеге начальнигы;

 «Иң яҡшы эшҡыуар» номинацияһында:

 - Абыҙгилдина Луиза Марат ҡыҙы – шәхси эшҡыуар;

«Урындағы үҙидара органдарының иң яҡшы хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Юнысов Таһир Мөғлөтдин улы  – Әбеш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;

«Иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» номинацияһында: - Ишемғолов Азамат Рәмил улы – И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының физик культура уҡытыусыһы;

«Иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» номинацияһында:

- Ибраһимов Зимфира Зәйнәғәбдин ҡыҙы – «АкваСервис» муниципаль унитар предприятиеһы документ белгесе;

«Иң яҡшы волонтер (йәмәғәтсе)» номинацияһында:

- Байсурина Айгөл Фәхретдин ҡыҙы – Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы «Шатлыҡ» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының уҡытыусы-логопеды.

 

Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?
Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?
Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?
Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?
Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?
Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас