"Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!" Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙың ошо юлдары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизына әйләнде. Өфөләге "Башҡортостан" дәүләт концерт залының Бәләкәй залында исемле йылдың төп йүнәлештәре презентацияланды. Был сараның арҙаҡлы башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтең 105 йыллығына арналған концерт алдынан үтеүе оло әһәмиәткә эйә.
Киң йәмәғәтселеккә тематик йылдың дөйөм концепцияһы һәм сәнғәт төрҙәре буйынса аныҡ йүнәлештәре күрһәтелде. Музыка, һүрәт төшөрөү, биҙәү-ҡулланма халыҡ ижады, хореография, кинематограф, әҙәбиәт йүнәлештәре айырым билдәләнде.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты, ул сығышында мәҙәниәттең һәм рухи мираҫтың мәңгелек ҡиммәттәр икәнлеген билдәләне.
– Мәҙәни һәм рухи мираҫ – көнүҙәклеген һәр саҡ һаҡлай торған ҡиммәттәр, беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән төп байлыҡтарҙың береһе. Был мираҫ үҙендә тотош халыҡтың тарихын, уның өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларҙы, кешеләрҙең кәйефен һәм йолаларын, заман һулышын да һаҡлай. Кеше үткәндәргә, рухи байлыҡҡа мөрәжәғәт иткәндә генә киләсәккә табан ышаныслы атлай. Быйыл ҡуйылған маҡсаттарҙы бергә өлгәшергә яҙһын тип теләйем, - тине Азат Шамил улы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова:
– Беҙҙең өсөн бөгөн тарихи көн. Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте, ил Президенты В.В. Путин Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бындай ҡарар халыҡ сәнғәтен, мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни традицияларын, тарихын һәм ҡомартҡыларын, этномәҙәни күп төрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде. Һис шикһеҙ, маҡсаттар ҙур, һүҙ халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡында бара - бөгөн ошо хаҡта фекер алышырға йыйылдыҡ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, сараны асып: “Мәҙәниәт – ул тәжрибә. Кешеләрҙең тормош юлын ҡороу тәжрибәһе. Халыҡтарҙың һәм мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара йоғонтоһо һөҙөмтәһе. Заманында Көньяҡ Урал халҡы – юғары палеолит осоронда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ – тотош кешелек өсөн сәнғәткә старт биргән, донъяға икенсе йүнәлештән, яңы күҙлектән баҡҡан. Уйлауымса, мәғрур Урал үҙе үк, боронғо һәм бөйөк тауыбыҙ булараҡ, тирә-яҡ мөхитте аңлауға һәм төшөнөүгә этәргес булғандыр. Ошонда төпләнгән һәм тамырланған һәр кемдең күңелендә Урал тәрән эҙ ҡалдырыуына иманым камил һәм һәм ошо үҙенсәлек “Урал батыр” эпосында ла асыҡ сағылыш тапҡан. Башҡорт халҡының ижады, фольклор мираҫы йөкмәткеһенең иҫ киткес бай булыуынаң төп сәбәптәре тап ошондалыр: әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан һәр бер шишмәнең, тау итәгендәге таштарҙың үҙ тарихы бар. Кеше тормошоноң төп мәғәнәһе тап ошонда: тирә-яҡты йәнләндереү, тереклекте күреү, уны кешелектең бер өлөшөнә әүерелдереү.
Кешелектең үҫеше, ғөмүмән, тәбиғәт менән органик симбиоздың үҙ-ара тәьҫире һөҙөмтәһендә генә мөмкин. Башҡорт халҡының мәҙәниәте – бөтә кешелек өсөн уникаль тәжрибә. Беҙ уны быуындан быуынға тапшырырға ғына түгел, үҫтерергә, бөгөнгө ысынбарлыҡҡа яраҡлаштыра алырға тейешбеҙ.
Һәр быуын йәшәү мәғәнәһен яңыса, үҙенсә аңлай. Был бурыс беҙҙең быуынға ла йөкмәтелгән. Юҡҡа ғына Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизы итеп мәшһүр “Урал батыр” эпосының барлыҡ тарихи дәүерҙәр һәм кешелек өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк булып яңғыраған өҙөгө алынмаған: "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!" Тап ошо әйтемдә рухи байлығыбыҙҙың нигеҙен - "Башҡорт рухы" һүҙбәйләнешендә сағылған хис-тойғоларҙың ҡеүәтен эҙләргә тейешбеҙ”, - тине.
Модерн менән традицияларҙы нисек яраҡлаштырырға?
Иң мөһиме – асыҡлыҡ
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сараларының төп үҙенсәлеге – уларҙың яңы башланғыстарға, башҡорт халҡының бай рухи мираҫына ижади ҡараш асыҡлығы. Был йәһәттән профессионалдар, ошо өлкәлә үҙаллы шөғөлләнеүселәр, студент йәштәр, мәктәп уҡыусылары өсөн ижади конкурстар ойоштороласаҡ. Асыҡ платформа йәш һәм өлкән коллективтарға ижадын киң йәмәғәтселеккә еткереү мөмкинлеген бирәсәк.
Башҡорт мәҙәниәтенең традицион элементы булған һабантуй яңы һулыш кисерә. Былтыр республиканың төрлө райондарында ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашлығында халыҡ байрамының яңы форматы өйрәнелеп хупланды. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында ошо практикаларҙы милли этноурам булдырыу буйынса берҙәм тәҡдимдәргә индереү, милли ризыҡтар менән футкорт, башҡорт милли уйындары буйынса аниматорҙар эшен индереү, фотозоналар ойоштороп, милли кейемдә ғаилә фотосессияһы үткәреү күҙаллана.
"Бәйге" башҡорт күп алышы ярыштары форматы республиканың бар райондарына индерелеп, һабантуй байрамы барышында үткәреләсәк. Иң яҡшы район командалары Шүлгәнташ, Торатау, Сусаҡтау, Ҡандракүл, Салауат Юлаевтың ауылы, Яңауыл зона этаптарында көс һынаша. "Бәйге"нең финал уйындары Туймазы районында үтә.
"Мәҙәниәт – киләсәк образы".
Үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн саралар
"Кесе ҡоролтай" балалар башҡорт ҡоролтайы булдырыу планлаштырыла. Ул башҡорт гимназиялары уҡыусыларын туплаған берҙәм майҙансыҡ буласаҡ (бәйгеләр, викториналар, дебаттар, конкурстар, дискотекалар, донъяуи кафе һ.б. ойоштороу ҡарала).
Рәсәйҙең башҡа төбәктәре уҡыусылары республикабыҙға килгәндә урындағы мәҙәни учреждениеларҙа башҡорт мәҙәниәте менән таныша аласаҡ.
Төбәк телевидениеһы профессионалдары ярҙамында балалар араһында видео-блогерҙар конкурсы уҙасаҡ.
Киләсәген сәнғәт өлкәһендә күргән өлкән класс уҡыусылары өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашыуҙар, фекер алышыуҙар үткәреү планлаштырылған.
Тематик йылда йәш быуын башҡа сараларға ла әүҙем йәлеп ителәсәк, шул иҫәптән "Башҡортостан ынйыһы" мәғариф ойошмалары фольклор коллективтары конкурсында ҡатнашасаҡтар.
Мәғариф учреждениеларында тематик дәрестәр, викториналар үтәсәк. Уларҙа "Урал батыр" мәктәбе ойоштороу, ә йәйгеһен Рухи берҙәмлек көнөндә "Рухиәт байрамы" уҙғарыу ҡарала – ул башҡорт эпосының рухи вариҫтарын берләштерәсәк.
Ҙур иғтибар - башҡорт мәҙәниәтен фәнни йәһәттән өйрәнеүгә һәм ғәмәли файҙаланыуға
Йыл дауамында "Урал батыр" эпосына, Башҡортостан фольклорына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәреү планлаштырылған.
Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса фәнни һәм фәнни-популяр баҫмалар әҙерләнәсәк. Уларҙа башҡорт рудаһы белгестәре, металлургтар, руда етештереүселәр, геологтар, нефтселәр – илебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәт кешеләре күрһәтеләсәк.
Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу эштәре башҡорт нефтенең 90 йыллығы уңайынан уҙғарылған тарихи-этнографик тикшеренеүҙәрҙә сағылдырыласаҡ. Тасимов уҡыуҙары ла ошо уҡ темаға – тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыуға бағышлана.
ЛингвоДок платформаһында эш дауам итәсәк, уның базаһында белем биреү программалары булдырыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, мәктәптәрҙә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү буйынса башланғыстар хупланасаҡ.
Башҡорт фольклоры, этнографияһы, милли мәҙәниәтте үҫтереү буйынса үҙғарылған фәнни сессия тотош Рәсәй буйынса ғалимдарҙы йәлеп итер тип күҙаллана. Башҡорт ырыуҙары тарихының яңы блогы – "Башҡорт ырыуҙары атласы" нәшерләүгә әҙерләнә – был да башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә тос өлөш индерәсәк.
Башҡорт мәҙәниәтнең һәм сәнғәтенең айырым жанрҙар йүнәлешендә үҫтереү йәһәтенән “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар, стратегик сессиялар үткәреү ҡаралған. Ғалимдар ҡатнашлығында мәҙәниәт проекттарын баһалау өсөн Эксперттар советы ойоштороу күҙаллана.
Медиатармаҡ – мәҙәни киңлектең бер өлөшө
Башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға, һәләтле шәхестәрҙе эҙләүгә беҙҙең медиатармаҡ та үҙ өлөшөн индерә. Тамашасылар иғтибарын “Байыҡ” башҡорт бейеүҙәре, “Юлдаш-хит” популяр йырҙар башҡарыусылар, “Башҡорт йыры” телевизион бәйгеһе, “Юлдаш йыры”, “Ашҡаҙар моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар радиоконкурстары, “Юлдаш плюс” йәш башҡарыусылар , “Сулпылар” телевизион конкурстары йәлеп итте һәм улар халыҡ араһында популярлыҡ яуланы.
XIX быуаттан башлап журналистар гәзит-журналдар биттәре аша, радио һәм телевидение эфирынан йәмәғәтселек мәҙәниәтен формалаштыра. Шуға күрә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының төп маҡсаттарының береһе булып йыл һайын үткәреләсәк “Медиайыйын” матбуғат саралары форумында ҡатнашыу, уртаҡ эш йүнәлештәрен билдәләү ҙә күҙаллана.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт тармаҡтары өсөн
Профессиональ һәм үҙешмәкәр театр коллективтары үҙ эштәрен биш республика һәм төбәк-ара конкурстарҙа тәҡдим итә аласаҡ. Һүҙ Фәрдүнә Ҡасимова призына “Тамаша” республика театр коллективтары фестивале, Әхтәм Абушахманов призына үҙешмәкәр театрҙарҙың республика фестивале, “Тере һүҙ” поэтик оҫталыҡ, поэтик әҫәрҙе художестволы һәм музыкаль уҡыу буйынса республика йәштәр фестивале, “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивале, Балалар һәм йәштәр театрҙарының республика фестивале хаҡында бара.
Халыҡ көй-моңдарын яратыусылар үҙ оҫталыҡтарын тальян, мандолина, скрипка, ҡурай һәм ҡумыҙ уйын ҡоралдарында уйнау буйынса район һәм ҡала бәйгеләрендә күрһәтә ала.
Йәш таланттарға иһә “Елкән” музыкаль конкурсы ярҙамға киләсәк.
Профессиональ һәм үҙешмәкәр музыканттар үҙҙәренең һәләттәрен ҡурайсылар өсөн конкурстарҙа, “1812 йылығы Ватан һуғышы йырҙары”, “Башҡорт марштары”, “Оҙон көй” номинацияларында һынап ҡарай алсаҡ. Ҡумыҙҙа уйнаусыларҙы “Әй ауазы” халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы берләштерәсәк.
Шиғриәт һәм әҙәбиәттә ҡәләмен һынаусылар быйыл үҙ көсөн сәсәндәр өсөн ойоштороласаҡ ижади конкурста һынай аласаҡ. Сара башҡорт халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышланасаҡ.
“Оҙон көй”, “Ирәндек моңдары”, “Башҡорт йыры”, мөнәжәт башҡарыусылар өсөн кеүек бәйгеләр иһә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы йәлеп итәсәк, яңы һәләтле исемдәрҙе асасаҡ.
Кинематография – мөһим йүнәлеш
Һуңғы йылдарҙа башҡорт кинематографияһы ла аяғында ныҡлы баҫып торғанын иҫбатланы. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының саралары, ғөмүмән, был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеүгә, кинематографияла яңы форматтар эҙләүгә, яңы кадрҙар табыуға йүнәлтелгән.
"Ер һүҙе Онлайн 2.0" төбәк-ара һанлы белем биреү проектында (https://www.slovo-zemli.ru) ҡатнашыу кино яратыусыларға сценарий яҙыу һәм режиссура оҫталығы серҙәренә төшөнөргә ярҙам итәсәк.
Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн республиканың Кинематографистар союзында оҫталыҡ дәрестәре һәм кинолекторийҙар ойоштороласаҡ, ә профессионалдарға “Киләсәккә аҙым” республика конкурсы, “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино халыҡ-ара фестивале үтәсәк.
Район һәм ҡала кимәлендәге саралар үткәреүгә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Мәҫәлән, ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булған һабантуйҙарҙың яңы форматы тәҡдим ителә. Былтыр улар бер нисә районда ойошторолдо ла.
Шулай уҡ былтыр башҡорт күп бәйгеһе буйынса “Бәйге” чемпионаты уҙғарылды – быйыл ошо башланғысты киңәйтеү, таратыу, спорт һөйөүселәрҙе ылыҡтырыу планлаштырыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.