ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2022, 18:10

Малдар йылы ҡурала һәм туҡ ҡышлай

Фермер Владимир Сидельниковтың хужалығында мал ҡышлатыуға яуаплы ҡарайҙар

Малдар йылы ҡурала һәм туҡ ҡышлайМалдар йылы ҡурала һәм туҡ ҡышлай
Малдар йылы ҡурала һәм туҡ ҡышлай

Малды ҡышлатыуҙың төп шарты –мал аҙығының мул булыуы.

Был йәһәттән фермерҙың күңеле тыныс. Йәй ҡоролоҡло булыуға ҡарамаҫтан, Владимир Сидельников ҡышҡы осорға ентекле әҙерләнгән.

Бөгөнгө көндә фермер хужалығында 130 баш эре мал иҫәпләнә, 50 баш йылҡы бар.  Әйткәндәй, фермерҙың аттары ат сабыштарында әүҙем ҡатнаша. Уларҙы ярыштарға әҙерләү менән Илфат Мәмбәтов һәм Алексей Сәлимов шөғөлләнә. Әле улар февраль аҙағында үтәсәк “Ҡышҡы уйындар” район ат сабыштарына әҙерләнәләр.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас