

Яңы Ергән ауылы оҫтаһы бына ошондай матур санала елдерәсәк тиҙҙән районда үтәсәк ат ярыштарында.
Әле көндәлек ҡулланылыштан юғала барған был кашауай сананы Олег Байрам улы үҙ ҡулдары менән эшләгән.
Шәхси хужалығында ике йөҙҙән ашыу йылҡы малы булған оҫта ҡуллы ир-уҙамандың хеҙмәт емеше буш тормаҫ, моғайын.