ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2022, 06:18

Матур ағинәй

Татыр-Үҙәк ауылынан хажиә  Шафиға Аҡбулатова  оло хөрмәткә эйә

Матур  ағинәйМатур  ағинәй
Матур ағинәй

Һуғыш осоро балалары, уларҙың күргән нуждалары тураһында күп яҙырға була. Шуларҙың береһе,  Шафиға Мырҙахан ҡыҙы, күпте күргән, күпте кисергән оло быуын вәкиле.

Ул 30 йылдан ашыу башҡорт теленән белем бирә.  Ире, Фәтих Далха улы, мәктәп директоры булып эшләй. Ғәлиәхмәт ауылынан Аҡбулатовтар ғаиләһе Татыр-Үҙәккә күсеп килә.

Күркәм ғаиләлә алты бала буй еткерә. Уларҙың барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр. Хәҙер һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡорған. Фәтих Далха улы хаҡлы ялға сыҡҡансы “Аҡъяр” совхозында агроном булып эшләй.  Хажиә Шафиға Мырҙахан ҡыҙы ике тапҡыр Мәккәгә бара.

Оло инәй 3 ейәнсәр, 5 ейәне, 5 бүләсәрҙәре шатлыҡтарын уртаҡлашып йәшәй. Балалары хәстәрлегендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә ул.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас