ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2022, 17:27

Йәштәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра?

Рөстәм Шәрипов  ике сәғәт дауамында студенттар менән аралашты

Йәштәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра?Йәштәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра?
Йәштәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра?

Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Динислам улы  ике сәғәт дауамында  райондың 60-лап студенты менән  онлайн режимда аралашты.

“Йәштәр менән  һөйләшкәндә,  студенттарҙың район яҙмышына битараф булмауы,  киләсәккә ышаныс менән ҡарауҙары, эшлекле тәҡдимдәр индереүе оҡшаны. Уларҙы  инфраструктура һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше, йәш  белгестәргә ярҙам, һаулыҡ һаҡлау системаһы һәм  башҡа мәсьәләләр борсой. Хатта  тәбиғәт-климатик шарттар үҙгәреүе лә уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай.  Егеттәр һәм ҡыҙҙар  йәштәр өсөн саралар ойоштороуҙа үҙ ярҙамдарын тәҡдим иттеләр.  Быйыл йәй  йәштәр мәғариф форумын үткәрергә ҡарар иттек.

Хәйбулла йәштәренең бик әүҙем, аҡыллы, инициативалы һәм һәләтле булыуын беләм. Уларҙың  спортта, мәҙәниәттә, хатта  фән өлкәһендә еңеүҙәре Хәйбулла районы данын яңғырата.  Йәштәр—беҙҙең киләсәгебеҙ, өмөтөбөҙ.

Уҡығыҙ, белем алығыҙ һәм  йәш белгестәр булып тыуған районығыҙға ҡайтығыҙ!”,--тип яҙа “Бәйләнештә” төркөмөндәге  сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

https://vk.com/id516529973

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас