

"Айык ауыл -2021" конкурсының район этабында еңеү яулаған Вәзәмдәр бөгөн ауыл клубында йыйылып, дәртләнеп республика этабына әҙерләнеү буйынса йәнле һөйләшеү алып барҙы.
Бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индерелде. Шулай уҡ ауылда эскелеккә ҡаршы көрәште көсәйтеү, һәр йортҡа инеп әңгәмә үткәреү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!