ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2022, 17:55

Мәрйәм Байғужина --һуғыш осоро балаһы

85 йәште ҡыуалаған ағинәй башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен йырларға ярата 

Мәрйәм Байғужина --һуғыш осоро балаһыМәрйәм Байғужина --һуғыш осоро балаһы
Мәрйәм Байғужина --һуғыш осоро балаһы

Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була.
Һуғыш осоро балалары, аталары һуғышҡа киткәндә бишектә ятҡан балалар – бөгөн инде ауыр хеҙмәттән һаулыҡтары ҡаҡшаған оло йәштәге олатайҙар һәм инәйҙәр.


Юлбарыҫ ауылы китапханаһының иң оло йәштәге әүҙем китап уҡыусыларының береһе Мәрйәм инәй Байғужина. Ул – һуғыш осоро балаһы. 1937 йылдың ноябрь айында яҡты донъяға килгән, ауыр һуғыш йылдарының бар михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән Мәрйәм Юныс ҡыҙы Байғужина.
Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен йырларға ярата инәйебеҙ, халыҡтың яратҡан йырсыһы Фәриҙә Ҡудашеваны тыңлап, хәс тә йырсының тауышына оҡшатып, моңло итеп йырлай. Уның тауышы шундай моңло һәм көслө, моңо күкрәк төбөнән сыға.


Бала сағынан алып әлегәсә көнгә ҡәҙәр бихисап тарихи ваҡиғаның шаһиты булған Мәрйәм инәй 85 йәште ҡыуалай. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы яратып уҡый.
Һәр китапханала китапты һәм файҙалы мәғлүмәтте һәр уҡыусыға еткереү маҡсатында өйгә барып хеҙмәт күрһәтеү ойошторолған, йәғни өй абонементы бар. Китап уҡырға теләгән, әммә китапханаға килергә сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәгән һәр кешегә беҙ, китапханасылар, гәзит-журналдар менән үҙебеҙ өйҙәренә барабыҙ.


Бына мин дә бөгөн Мәрйәм инәйгә барып хәлдәрен белешеп, яңы гәзит-журналдар ҡалдырҙым. Һәр журналды бәләкәй балалай һөйөп һыйпап, ҡыуанып ултырып ҡалды.


#Юлбарсовскаясельскаябиблиотека

https://vk.com/club116192701

 

Автор:
Читайте нас