ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2022, 10:47

9 йәшендә эшләй башлай

Татыр-Үҙәктә йәшәгән Хәмиҙә  Баймырҙинаның яҙмышы китап яҙырлыҡ

9 йәшендә эшләй башлай9 йәшендә эшләй башлай
9 йәшендә эшләй башлай

Хәмиҙә Шәкир ҡыҙы сығышы менән Утарбайҙан (бөткән ауыл). Ҡәһәрле һуғыш башланғас, 9 йәшлек ҡыҙ бала  эшләй башлай. Бала иңенә бесән әҙерләүҙә  ярҙамлашыу йөгө төшә.  Үҫмер ҡорона ингәс,  ырҙын табағында, “Калинин” колхозының башҡа эштәрендә йөрөй.  Фермала һыйыр һауа, быҙауҙар тәрбиәләй.

1956 йылда мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә төшә. Бында ла анһат түгел. Ул ваҡытта  белем усағын йылытыу өсөн үҙҙәре утын яралар, мейес яғалар. Байғусҡар 8 йыллыҡ мәктәбе төҙөлгәс, эше еңеләйә төшә, сөнки мәктәп ҡаҙанлыҡ менән йылытыла. Хәмиҙә инәй хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә йыйыштырыусы була. Эш араһында  колхозсыларға өйөндә икмәк бешерә, төшкө аш әҙерләй.

Әлеге ваҡытта Хәмиҙә Баймырҙина  Татыр-Үҙәк ауылында ҡыҙы Мәстүрә менән йәшәй. 92 йәшлек ағинәй үҙен яҡшы тоя, зиһенле. Хеҙмәт ветераны бихисап наградаларға эйә. Ете бала үҫтергән Хәмиҙә Шәкир ҡыҙы 1,2,3 дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас