Башҡортостандың суд приставтары Учалынан 33 йәшлек Иҫәнгилдин Денис Таһир улын эҙләй. Сөнки ул ата-әсәлек бурыстарын үтәүҙән баш тартҡан.
Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығынан итеүҙәренсә, Иҫәнгилдин 10 йәшлек ҡыҙына финанс яҡтан ярҙам күрһәтмәй. Бурыс күләме аныҡланмай. Хәҙер атайға эҙләү иғлан ителгән, уның бөтә иҫәбенә лә арест һалынған, шулай уҡ Рәсәйҙән ситкә сығыу сикләнгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул Санкт-Петербургта ҡасып йөрөй. Балаһы алдында бурыслы булыуына ҡарамаҫтан, Денистың социаль селтәрҙәге тормошо гөрләй. Ул үҙенең «яңы» тормошон күрһәтергә оялмай, хәҙер ир, ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре кейеп, русса рэп уҡый, геотегтарға ҡарағанда, ул ысынлап та төньяҡ баш ҡалала. Битендә - сағыу грим, өҫтөндә - ҡыҫҡа итәкле ҡатын-ҡыҙ күлдәге. Уның социаль селтәрҙәре фотоһүрәттәр һәм видеояҙмалар менән тулған.
Суд приставтары уның ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (961) 357-46-56, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына хәбәр итеүҙәрен һорай.
+23 °С
Болотло



