ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2022, 12:15

“Бәхетле ҡатын” проекты –Мәмбәттә

Оҫталыҡ кластары, күргәҙмәләр, фәһемле сығыштар, яңы танышыуҙар—барыһы ла булды

“Бәхетле ҡатын” проекты –Мәмбәттә“Бәхетле ҡатын” проекты –Мәмбәттә
“Бәхетле ҡатын” проекты –Мәмбәттә

Кисә Мәмбәттә “Бәхетле ҡатын” проекты буйынса  сираттағы осрашыу үтте.

Ғаилә хеҙмәте һәм  ҡатын-ҡыҙҙар район советы ойошторған сарала санитар-эпидемиологик һаҡланыу талаптары үтәлеп,  лекторий, оҫталыҡ кластары, консультация, яңы танышыуҙар, фәһемле аралашыу—барыһы ла булды. Йөкмәткеле программа барыһына ла оҡшаны.

Дина Аҡҡужина яңы проект тураһында мәғлүмәт бирҙе. Илияхон Эгамова табип-эпидемиолог сәләмәтлекте һаҡлау,  пандемия тураһында һөйләһә, Мәрйәм Хәйҙәрова  сәләмәт тормош алып барыу буйынса кәңәштәр бирҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәре, картина сигеү,  массаж һәм косметика,  селтәр һәм башҡа күргәҙмәләр, уларҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре сараны байытты,  күптәргә шундай шөғөлдәргә тотоноуға этәргес булды.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас