

Хәйбулла районында "Айыҡ ауыл -2021" республика конкурсының муниципаль этабы тамамланды. Быйыл был исемгә райондың ун алты ауылы дәғүә итте.
Алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл хәйбуллалар ҙур әүҙемлек күрһәтте. Конкурс бырышында төрлө мәҙәни, спорт саралары, экологик акциялар ойошторолдо. Интернет селтәрендә онлайн форматта үҙенсәлекле флешмобтар иғлан ителде. Һөҙөмтәлә, конкурс шарттарына тура килгән дүрт еңеүсе һайлап алынды. Гран-При хаҡлы рәүештә Бәләкәй Арыҫланғол ауылына бирелде. Конкурс талаптарына ярашлы рәүештә, ауыл тулыһынса спиртлы эсемлектәрҙән баш тартты. Конкурс барышында сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән төрлө саралар уҙғарҙы. Беренсе урынға быйыл уҙған йылдың еңеүселәре -Әбүбәкерҙәр лайыҡ булды. Икенсе урынға быйыл айырыуса әүҙемләшеп, ауылдың олоһон да, кесеһен дә йәлеп итә алыуға өлгәшкән Яңы Ергәндәр сыҡты. Өсөнсө урынға комиссия ағзалары халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәр аша айыҡ тормошҡа саҡырған, ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барған Антингәндәрҙе билдәләне.
Степной, Ивановка һәм Сиҙәмдәр ғаилә ҡиммәттәрен һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусы ауылдар булараҡ номинацияларҙы билдәләнде. Ә бына Һамар, Новопетровское, Аҡнаҙар, Таштуғай ауылдары айыҡ тормошҡа табан тәүҙе аҙымдарын яһаусы ауылдар булараҡ махсус бүләктәргә лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, был конкурста ҡатнашып, быйыл ауылдар сәләмәтлеккә ҡарай йүнәлеш алып ҡына ҡалманы, матди яҡтан да нығынды. Алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, приз фонды быйыл күпкә юғарыраҡ булды - Гран - При - 100 000, 1-се урын - 80 000, 2-се урын - 60 000, 3-сө урын - 50 000 һум.
Шулай уҡ еңеү яулаған ошо дүрт ауылға ауыл эсендәге юлдарҙы ремонтлауға йөҙ меңдән алып биш йөҙ мең һумға тиклем аҡса бүленәсәк. Номинацияларҙа билдәләнеүсе ауылдарға 25 000 һум, махсус приздарға лайыҡ булыусыларға 5 000 һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ.
Бар еңеүселәрҙе лә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңы үрҙәргә, яңы башланғыстарға нигеҙ булһын был еңеүҙәр. Һәр ваҡыт шулай әүҙем, берҙәм булып ҡалығыҙ дуҫтар!
#Айыҡауыл2021
#Трезвоесело2021
#Ҡоролтай
#Всемирныйкурултайбашкир