

Бәләкәй Арыҫланғол, халыҡ телендә Вәзәм ауылы, "Айыҡ ауыл" конкурсында икенсе тапҡыр ҡатнаша, 2014 йылда был йүнәлештә ҙур эш башҡарылғайны, шуға ла уның да файҙаһы күп булғандыр тип уйлайым, сөнки әҙме-күпме тәжрибә тупланды.
Электән бар нәмәгә әүҙем булған Вәзәм халҡы "Айыҡ ауыл 2021" конкурсы иғлан ителгәс "ҡушылайыҡ" тигән тәҡдимгә тәуҙә һүлпәнерәк ҡараһа, һуңынан әуҙемләшеп күтәреп алдылар, артабан туҡтатып та алып булманы, был ауылда шундай халыҡ йәшәй. Бар нәмәне еренә еткереп, шартына килтереп эшләргә ғәҙәтләнгәндәр.
Ауыл үҙенең һәуетемсә тормошо менән йәшәй, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ауылдың ғына түгел райондың брендына әүерелгән һуҡма Вәзәм шәле, балаҫ һуғыу, хәҙер кейеҙ әйберҙәр етештереүҙе үҙләштереү вәзәмдәрҙең кәсебенә әйләнеп бара. Йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек, шул уҡ ваҡытта шәхси хужалығыңды ла ныҡлы алып барыу --вәзәмдәрҙең матур сифаты. Бөгөн һәр йортҡа тиерлек һыу индерелгән, канализация үткәрелгән икән – был да тырышлыҡтың бер сағылышы. Үткән йылғы тәбиғәт янғындарында ла вәзәмдәр һәр ваҡыт алғы һыҙатта булдылар. Райондың "иң айыҡ ауылы" статусын алыу һәм районды республика кимәлендә күрһәтеү хоҡуғына эйә булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй ауыл халҡына. Артабан да айыҡ һәм сәләмәт тормошто күтәреп сыҡҡан сараларҙа әүҙем булайыҡ, көндәлек тормошобоҙҙа һәр кемебеҙ алдыбыҙға алған маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн яуаплылыҡ тояйыҡ. Бергә һәм берҙәм булғанда ғына уңышҡа өлгәшеп була икәнен онотмайыҡ, ауылдаштар.
Ауыл тормошонан күренештәр.
#Айыҡауыл,Малоарслангулово#