

Ғәлиәхмәт ауылында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында урындағы актив менән йыйылыш үтте.
Йыйылышта һәр ауылдан депутаттар, ауыл старосталары, төрлө ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты.
Йыйылыш башында ауыл биләмәһе башлығы Б.И.Илбәков ауыл биләмәһенең 2021 йылдағы социаль-иҡтисади хәле тураһында отчет бирҙе һәм быйылғы йылға пландар менән бүлеште. Р.Д.Шәрипов районда башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр тураһында әйтеп үтте.
Йыйылыш аҙағында һәр теләгән кеше, ауылдаштарҙы борсоған мәсьәләр буйынса һорауҙар күтәрҙе. Был һорауҙар буйынса быйылғы йылға наказдар ҡабул ителеп, эш планына индереләсәк. Һорауҙар башлыса юлдарҙың торошо, юлдарҙы ремонтлау, медицина хеҙмәтләндереүе, төҙөкләндереү эштәренә ҡағылды.
Бындай йыйлыштар - район хакимиәтенең халыҡ менән туранан-тураға эш итеүгә, асыҡ һәм ышаныслы һөйләшеүгә ҡоролған эш алымы.