Токтан һуғылып, ҡулһыҙ ҡалған 10 йәшлек Илназ блог асҡан һәм билдәле футболсылар менән дуҫлашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был фажиғә 2021 йылдың йәйендә Туймазы районында теркәлде. Малай дуҫтары менән трансформатор будкаһы янында футбол уйнап йөрөгәндә токтан һуғылды. Өфөлә баланың ике ҡул суғын да ҡырҡырға тура килде.
Хәҙер малай ғәҙәти тормош менән йәшәргә тырыша. Ғинуарҙа уға спорт блогеры килеп киткән һәм әлеге бәхетһеҙ осраҡ тураһында йәмәғәтселеккә еткергән. Илназдың футбол уйнағанда ҡазаға тарығанын белеп ҡалғас, уйынсылар Артем Дзюба, Константин Марадишвили, Георгий Джикия һәм комментатор Нобель Арустамян уға изге теләктәр менән мөрәжәғәт иткән. Футболсылар малайҙы командаларының өйҙәге уйындарына ла саҡырған.
Илназдың Инстаграмда үҙенең блогы бар, ул унда үҙенең тормошо хаҡында һөйләй, компьютер уйындары уйнай.
+23 °С
Болотло



