

1 февралдә 2022 йылдың икенсе президент гранттары конкурсы башлана. Ғаризалар президентгрант.рф сайтында 2022 йылдың 15 мартына тиклем 11 йүнәлеш буйынса ҡабул ителә.
Конкурсҡа йомғаҡ 2022 йылдың июнендә яһала, хупланған проекттар 1 июлдә үк старт алырға мөмкин.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, унда ғаризалар ҡабул итеү тамамланыуға бер йыл ҡалғас теркәлгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша, ә ойоштороусылар араһында дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары белгестәре булырға тейеш түгел.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 7 (347)218-12-52, электрон почта: nko-rb@mail.ru.